Зорин Сергей Петрович
Сергей Петрович Зорин (рус. Зорин Сергей Петрович; 1989 йылдың 21 сентябре, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы — 1973 йылдың 20 октябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет инженер‑төҙөүсе-ғалимы. 1948—1960 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1958 йылға тиклем геодезия һәм юғары математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1943), профессор (1944). Сталин премияһы лауреаты (1942). Ленин ордены кавалеры (1944).
Биографияһы
Томск технология институтын тамамлағандан һуң (1921) Стәрлетамаҡ кантон башҡарма комитетында эшләй.
1929 йылдан Зорин эшмәкәрлеге Өфө менән бәйле була. Ул Башҡорт АССР-ы НКВД-ның Шоссе һәм грунт юлдары һәм автомобиль транспорты Идаралығының Ардис юл-тикшеренеү станцияһы ғилми етәксеһе вазифаһын биләй. 1936 йылдан рәсәй урындағы төҙөлөш материалдары ғилми-тикшеренеү институтының Өфө филиалында эшләй, 1943 йылдан директор урынбаҫары була[1].
Зорин Сергей Петрович төҙөлөш материалдары Башҡорт ғилми тикшеренеү институтының секторы мөдире, ә Украина фәндәре академияһы менән бергә Өфөгә эвакуацияланған Будников институтты етәкләй[2].
Зорин тарафынан П.П.Будников менән берлектә ангидритлы‑глинозёмлы цемент яһау технологияһы эшләнә һәм илдә тәүгеләрҙән уны етештереү ойошторола. Уларҙың технологик схемаһы буйынса СССР-ҙа беренсе ангидрит заводы төҙөлә[3] ( С.П. Зориндың хеҙмәттәре бар // Пробное производство ангидритного цемента в Стерлитамаке в БАССР // Рабочий-силикатчик, № 516, 1932; Зорин С. П. Опытный завод ангидритового цемента в Стерлитамаке // Социалистическое хозяйство Башкирии, № 3-4, 1932), цементтың башҡа маркалары ла алына.
Техник фәндәр докторы (1943), профессор (1948).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1942) — ангидрит цементы алыу ысулдарын эшләгәне өсөн.
- Ленин ордены (1944)[1].
Белеме
- 1921 — Томск технология институты, инженер-төҙөүсе.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
- 1906—1922 — Абаканда, Томскиҙа техник-төҙөүсе;
- 1922—1929 — кантон башҡарма комитетының инженер-юлсыһы (Стәрлетамаҡ);
- 1929—1936 — Шоссе һәм түшәлмәгән юлдар һәм автомобиль транспорты идаралығы «Ардис» юл‑тикшеренеү станцияһының ғилми етәксеһе (Өфө);
- 1936—1948 — сектор мөдире, ғилми етәксе, Башҡортостан урындағы төҙөлөш материалдары ғилми-тикшеренеү институты директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары;
- 1948—1960 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, геодезия һәм юғары математика кафедраһы мөдире, умансылыҡ кафедраһы профессоры.
Библиографияһы
22 баҫма хеҙмәттәр авторы. Фәнни хеҙмәттәре ангидрит цементты ҡулланыу юлы менән тәбиғи ресурстарҙы төҙөлөштә рациональ файҙаланыуға йүнәлтелгән.
- Стеновые блоки на ангидритном цементе из башкирских гипсов. Уфа, 1938.
- Ангидритный цемент и временные технические условия работы с ним. Уфа, 1933 и 1934.
- Гипсы и ангидрит БАССР и их использование. Уфа, 1936
- Пробное производство ангидритного цемента в Стерлитамаке в БАССР// Рабочий-силикатчик, № 516, 1932
- Опытный завод ангидритового цемента в г. Стерлитамаке// Социалистическое хозяйство Башкирии, № 3-4, 1932
Берлектәге эштәре:
- Будников П. П., Зорин С. П. Гидратация нерастворимой модификации сернокислого кальция (ангидрита), получение ангидритового цемента и применение его в строительстве, рукопись
- Будников П. П., Зорин С. П. Ангидрит-цемент, М., Гизместпром, 1942. 68 с. 3000 экз.
- Будников П. П., Зорин С. П. Ангидритовый цемент. Бюро тех. информации, М, 1947.
- Будников П. П., Зорин С. П. Ангидритовый цемент: Учебное издание. М., 1954. (в Библиотеке Ихтика 2010 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.)
- ОЛ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Зорин Сергей Петрович. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026.
- ↑ BASHvest — First electronic newspaper of the Republic of Bashkortostan 2013 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ БАШвестЪ — Первая интернет-газета Республики Башкортостан