Иҙел-Урал (легион)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҙел-Урал (легион)
нем. Legion Idel-Ural
татар. Идел-Урал Легионы, İdel-Ural Legionı
Дәүләт
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1943
Нигеҙләү датаһы 1942
Баш компания (ойошма, предприятие) Өсөнсө рейх
Һуғыш/алыш
Легион һалдаты вермахт кейемендә

Волга-татар легионы (рус. Волжско-татарский легион; нем. Wolgatatarische Legion), «Иҙел-Урал» легионы (рус. легион «Идель-Урал»; нем. Legion Idel-Ural) — вермахт подразделениеһы, Волга буйы халыҡтарынан (башлыса татарҙарҙан, шулай уҡ сыуаштарҙан, башҡорттарҙан, Мариҙарҙан, мордваларҙан, удмурттарҙан) торған милли легион[1]. Ойошторолоуы буйынса көнсығыш легиондар командованиеһы штабына буйһонған (нем. Kommando der Ostlegionen).

Волга-татар легионерҙары 7 көсәйтелгән ялан батальондары (40 мең самаһы кеше) составына инә[2].

Идеологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Легиондың формаль идеологик нигеҙенә большевиктар һәм йәһүдтәр менән көрәш идеяһы һалына, шул уҡ ваҡытта немецтар аңлы рәүештә Урал-Волга штаты төҙөлөү ихтималлығы тураһында имеш-мимеш тарата. Легионерҙарҙы идеологик йәһәттән әҙерләүҙә эмигранттар — оккупацияланған көнсығыш территориялар министрлыҡтары эгидаһында ойошторолған милли комитеттар ағзалары алдынғы роль уйнай. Улар араһында 1918—1920 йылдар осорондағы милли хәрәкәттәрҙең күренекле эшмәкәрҙәре (Шәфи Алмас) айырым популярлыҡ яулай. Мосолман легионерҙары лагерҙарына бер нисә тапҡыр Иерусалим мөфтөйә Хадж Әмин әл-Хуссейни килә, «кафыр»ҙарға ҡаршы изге һуғышта Германия менән берлектә ҡатнашырға саҡыра. Мосолман легиондарында мулла вазифаһы булдырыла, улар бер үк ваҡытта взвод командирҙары булараҡ, дини функцияларҙы командир вазифаһы менән берлектә алып бара. Һалдаттарҙың хәрби һәм сәйәси әҙерлеге Гитлерға коллектив ант биреү һәм флаг тапшырыу менән тамамлана[3]. 1942 йылда «Утро Кавказа» гәзите татар дегионерҙарының «Рәсәйҙең яңы дошманы — большевизм юҡ ителмәйенсә» улар ҡорал һалмаясағы тураһындағы белдереүен баҫа[4].

Татарҙар вермахт составында

Легион составында һуғышҡан СССР халыҡтарының береһенә лә Хорват бойондороҡһоҙ дәүләте йәки Словакия Республикаһы (1939—1945) кеүек немец протекторатында булған милли республика төҙөү тураһында бер ниндәй вәғәҙә булмай. Ул ғына ла түгел, баҫылып сыҡҡан материалдарҙа Гитлерҙың Германия оккупациялаған территорияларҙа милли дәүләт берләшмәләре зарурлығы йәки быға рөхсәт биреү мөмкинлегенә бәйле ҡырҡа кире ҡарашы Германияның легионерҙарға мөнәсәбәтен уларҙың большевизм менән көрәшенә һәм Германияға ресурстар ебәреп торған территорияларҙы контролләүҙә ярҙам итеүенән башҡа маҡсатты күҙәлламауын күрһәтә[1].

Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волга-татар легионы өс төрлө нашивка ҡуллана. Уларҙың береһе кинжал менән уҡ сатраш ятҡан зәңгәр һәм йәшел төҫтән тора (күрәһең, төрки һәм ислам халҡы булыуына ишара), икенсе вариантта ҡылыстар сатраш ҡуйылған һәм уларҙың уртаһында вертикаль рәүештә уҡ ята, өсөнсөһөндә һары төҫ менән ситләнгән һоро овал рәүешендә була. Эмблема уртаһында вертикаль уҡ көмбәҙе тора. Өҫкө өлөштә һары хәрефтәр менән — Idel-Ural, аҫта Tatar Legionı тип яҙыла. баш кейемдәрендәге түңәрәк кокардалар ҙа нашивкаларҙағы кеүек үк төҫтәрҙән тора.

Иҙел-татар легионы нашивкаларының береһе

Ойошторолоу логикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Немец частарынҙур юғалтыуҙарға килтергән 1941—1942 йылғы блицкриг уңышһыҙлығы Германия командованиеһын әсирлектәге совет хәрбиҙәренән торған частар («легион») ойошторорға мәжбүр итә. Уның маҡсаты немец һалдаттарын тылда һәм фронтта алмаштырыу була, сөнки вермахта теер көстөң киҫкен етешмәүе асыҡлана.

Вермахттың Ҡоро ер ғәскәрҙәре юғары командованиеһының «Иҙел-Урал» Иҙел-татар легионы ойоштороу тураһындағы бойороғона 1942 йылдың 15 авгусында ҡул ҡуйыла һәм уны ойоштороу 1942 йылдың 21 авгусында Едлинола (Польша) башлана.

Хәрби әсирҙәр, лагерҙарҙан килгән буласаҡ легионерҙар, әҙерлек лагерҙарында уҡ роталарға, взводтарға һәм отделениеларға бүленеп, беренсе этапта дөйөм физик строй әҙерлеген үҙ эсенә алған күнекмәләрҙе һәм немец командалары, уставтарын өйрәнә башлай. Строй күнекмәләрен немецтарҙың рота командирҙары тәржемәселәр, шулай уҡ унтер-офицер курстарында ике аҙналыҡ әҙерлек үткән отделение һәм взвод командирҙары итеп тәғәйенләнгән легионерҙар ярҙамында үткәрә. Башланғыс курстар тамамланғас, улар батальондарға күсерелә, унда стандарт кейем, кәрәк-яраҡ, ҡорал алып, тактика әҙерлеге һәм ҡоралдың матди часын өйрәнә.

7 ялан батальонынан тыш, Волга буйы һәм Уралдан сыҡҡан хәрби әсирҙәрҙән һуғыш ваҡытында Германия армияһын хеҙмәтләндергән, әммә һуғышта ҡатнашмаған төҙөлөш, тимер юл, транспорт һәм башҡа ярҙамсы подразделениелары ойошторола. Улар араһында айырым 15 Иҙел-татар ротаһы була.

Ялан батальондарының ойошоу структуралары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тантаналы марш

1943 йыл башында көнсығыш легиондары ялан батальондарының «икенсе тулҡыны» ғәскәрҙәргә өс (825,826, 827) батальоны, 1943 йылдың икенсе яртыһында «өсөнсө тулҡыны» дүрт (828—831) батальон ебәрелә.

Һәр ялан батальоны составында һәр ҡайһыһы 130—200 кешенән торған 3 уҡсылар, пулемет һәм штаб роталары була; уҡсылар ротаһында — 3 уҡсылар һәм пулемет взводы, штабтыҡында — танкыға ҡаршы, миномет, сапер һәм элемтә взводтары. Батальонда барлығы 800—1000 һалдат һәм офицер, шул иҫәптән 60 кешегә тиклем Германияның кадрҙар персоналы (Rahmenpersonal): 4 офицер, 1 чиновник, 32 унтер-офицер һәм 23 рядовой була. Батальон һәм роталарҙың немец командирҙарының төрлө милләт легионерҙары араһынан урынбаҫарҙары була. Рота звеноһынан түбән команда составы тик милли кадрҙарҙан ғына туплана. Батальон танкка ҡаршы 3 пушка (45 миллиметрлы), 15 еңел һәм ауыр миномет, 52 ҡул һәм станок пулеметы, винтовкалар һәм автоматтар (нигеҙҙә, совет трофейы) менән ҡораллана.

1943 йыл батальондар (әрмән, әзербайжан һәм 829-сы Иҙел-татар батальоны) Көньяҡ Францияға күсерелә һәм Манд ҡалаһында урынлаштырыла. 826-сы һәм 827-се Иҙел-татар батальондары һалдаттарҙың һуғышҡа инергә теләмәүҙәре һәм үкп һанлы дезертирлыҡ арҡаһында ҡоралһыҙландырылып, юл-төҙөлөш частары тип үҙгәртелә[5]. 831-се Иҙел-татар батальоны 1943 йылда кадровый разведчик майор Майер-Мадера етәкселегендә СС ғәскәрҙәре составында полк ойоштороу өсөн вермахт составынан айырып алына[1].

Иҙел-Урал халыҡтарының 1944 йылдың мартындағы ҡоролтайы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың 4-5 мартында Грайфсвальдта «Иҙел-Урал халыҡтары ҡоролтайы» үтә[6].

Легинда йәшерен антифашистик ойошма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йыл һуңында уҡ легионда йәшерен ойошма эшләй, уның маҡсаты легионды эстән әхлаҡи тарҡатыу була. Подпольщиктар антифашистик листовкалар баҫтырып, уларҙы легионерҙар араһында тарата.

Йәшерен ойошмала ҡатнашҡандары өсөн 1944 йылдың 25 авгусында Берлиндың Плётцензее хәрби төрмәһендә 11 татар легионеры: Ғайнан Ҡормашев, Муса Йәлил, Абдулла Алиш, Фуат Сәйфелмөлөков, Фуат Булатов, Ғариф Шабаев, Әхмәт Симаев, Абдулла Батталов, Зиннәт Хәсәнов, Әхәт Атнашев һәм Сәлим Бохаров язалана[7].

Легион батальондары яҙмышы[1][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

825-се батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың октябрь-ноябрендә Едлинола ойошторола башлай. Батальон командиры итеп майор Цек тәғәйенләнә. Һаҡланып ҡалған документтарҙа легионерҙарҙың аныҡ һаны күрһәтелмәгән, әммә уларҙы 900 кеше тип баһаларға мөмкин. 1943 йылдың 14 февралендә батальон ттантаналы рәүештә фронтҡа оҙатыла һәм 18 февралдә Витебскиға килеп етә. Батальондың төп часы Көнбайыш Двинаның һул ярында Гралево ауылында дислокациялана.

21 февралдә легионерҙарҙың вәкилдәре, легиондағы йәшерен ойошма ҡушыуы буйынса, партизандар менән бәйләнешкә сығып 22 февралдә төнгө сәғәт 11-ҙә дөйөм батальон ихтилалы тураһында һөйләшеп килешә. Немецтар легионерҙарҙың планы тураһында белеп ҡалып, ихтилалға бер сәғәт ҡалғас уның етәкселәрен ҡулға алһа ла, Хөсәйен Мөхәмәтов етәкселегендә 500—600 самаһы ҡораллы легионер, ҙур күләмдә ҡорал менән партизандар яғына сыға. Бары тик батальондың ике взводы (уларҙы иҫкәртеп өлгөрмәйҙәр) һәм ҡулға алынған легионерҙар ғына ҡаса алмай. Ҡалған легионерҙар ашығыс рәүештә тылға оҙатыла һәм икенсе пожразделениеларға ҡушыла.

826-сы батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 15 ғинуарында ойошторолған. Командир — капитан Шермули. 825-се батальондың ихтилалынан һуң, 826-сы Голландияға күсерелә, унда һаҡ хеҙмәтендә була һәм башҡа эштәргә йәлеп ителә. Ойоштороу йәһәтенән ул вермахттың төрлө подразделениеларына ҡарай. Батальонда ихтилал әҙерләнә, әммә немецтар уны аса.

827-се батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 10 февралендә Едлинола ойошторола. Командир — капитан Прам. 1943 йылдың 22 июнендә партизандарға ҡаршы тороу өсөн Украинаның Көнбайышында Дрогобыч ҡалаһында була. Билдәләнеүенсә, легионерҙарҙың бында булыуы партизандарҙы көсәйтә генә — батальон һалдаттары улар яғына күпләп ҡасып сыға. 1943 йылдың июлендә 827-се батальонда өлкән лейтенант Мифтахов етәкселегендә ихтилал әҙерләнә. Партизандарға штаб һағының ике взводы сыға, һуңынан Мифтахов тотола һәм язалана.

Әммә легионерҙарҙың партизандарға ҡасыуы дауам итә һәм батальон хәрби хәрәкәттәрҙән алынып, Францияға күсерелә. Унда ла ул немецтар өсөн ышанысһыҙ подразделение булып ҡала: командирҙар һәм олегионерҙар бик йыш урындағы партизандарға ҡаса. Батальон хәрби хәрәкәттәргә йәлеп ителмәй, һуңғы тапҡыр 1945 йылдың 10 мартында телгә алына.

828-се батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

828-се батальон 1943 йылдың 1 апрелендә ойошторола башлай һәм 1943 йылдын 1 июнендә Едлинола алдағылары кеүек үк формалаштырыла. Командир батальона — капитан Гаумиц. Батальон Едлинола 1 сентябргә тиклем була, ә 28 сентябрҙә Укранинаның көнбайышына ышанысһыҙ 827-се батальон урынына ебәрелә. 828-се батальон легионерҙары ла ҙур отрядтар, рота командирҙары менән партизандарға ҡаса, батальонда тәртип ныҡ түбәнәйә. Партизандар менән элемтәлә булырға хатта подразделениеларҙың бер ауылдан икенсеһенә күсеп йөрөүе лә ҡамасауламай. Һөҙөмтәлә батальон Украина территорияһынан сығарылып, икенсе урынға күсерелә һәм башҡаса хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай.

829-сы батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 24 авгусында ойошторола һәм 1 сентябргә унда 874 кеше иҫәпләнә. Батальон командиры капитан Рауш була. Тәүге батальондарҙың уңышһыҙлығы арҡаһында оҙаҡ ваҡыт Едлинола тора, 1944 йылдың февралендә генә Украинаның көнбайышына күсерелә. Июлдә хәрби хәрәкәттәргә һәләтһеҙ подразделение булараҡ ҡына телгә алына. 1944 йылдың 29 авгусындағы бойороҡ менән тарҡатыла.

830-сы батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 1944 йылдың август-октябрендә ойошторола. 1943 йылдың 4 декабрендә 830-сы батальон Едлинонан Конски тораҡ рунктына күсерелә һәм унда 1944 йылдың февраленә тиклем була. Партизандарға ҡаршы татар батальондарын ҡулланыу мөмкин булмағас, 830-сы батальон Көнбайыш Украина һәм Көнсығыш Польшаның төрлө ауылдарында һаҡ хеҙмәтен үтәй. Батальонда шулай уҡ антифашистик мөхит хөкөм һөрә: 1944 йылдың июнендә партизандар менән бәйләнешкә сығыу юлдарын эҙләгән өсөн бер нисә легионер ҡулға алына, күптәре ҡорал менән ҡаса. Артабан батальон төҙөлөш-сапёр подразделениеһы итеп файҙаланыла.

831-се батальон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың көҙөндә Едлинола ойошторола. «Иҙел-Урал» легионының лагерын һаҡлай. Һуғыш һуңында башҡа төрки формированиелар менән берләштерелеүе ихтимал. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай.

832-834-се батальондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был батальондар телгә алынһа ла, ғәмәлдә улар ойошторолмай.

  1. 1 2 3 4 Гилязов И. А. Легион «Идель-Урал». — Казань: Таткнигоиздат, 2005, ISBN 5-298-04052-7
  2. Численность коллаборационистских татарских формирований достигала 40 тыс. человек. Кроме Легиона «Идель-Урал» имелись 15 отдельных хозяйственных, саперных, железнодорожных и дорожно-строительных рот и боевая группа Восточно-тюркского соединения СС.
  3. Впоследствии, согласно директиве Генерального штаба вермахта от 22 ноября 1942 года, до присяги необходимо было дать подписку о добровольности своего вступления и о своих обязанностях
  4. ГАРФ. Ф. Р7021, Оп. 148, Д. 274, Л. 1 об.
  5. Волжско-татарский легион — NaziReich.net Архивная копия от 22 ноябрь 2012 на Wayback Machine
  6. http://www.archive.gov.tatarstan.ru/magazine/go/anonymous/main/?path=mg:/numbers/1995_may/05/4/ 2012 йылдың 19 июль көнөндә архивланған., http://tatpolit.ru/category/zvezda/2009-09-22/1891 Архивная копия от 22 февраль 2010 на Wayback Machine
  7. О «Курмашеве и десяти других», казненных в Берлине за «подрыв военной мощи» Германского рейха — История — Татароведение — МТСС. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 30 март 2013 года.
  • Гилязов И. А. Легион «Идель-Урал». Представители народов Поволжья и Приуралья под знаменами «третьего рейха». — Казань: Татарское книжное издательство, 2005. — 383 с.
  • Гилязов И. А. Легион «Идель-Урал» / Искандер Гилязов. — М.: Вече, 2009. — 304 с.: ил. — (Враги и союзники).
  • Каращук А., Дробязко С. Восточные легионы и казачьи части в вермахте. — АСТ, 2000. — 48 с. — (Военно-историческая серия «Солдатъ»: Униформа. Вооружение. Организация). — 7000 экз. — ISBN 5-237-03026-2.
  • Романько О. В. Мусульманские легионы во Второй мировой войне. — М.: АСТ; Транзиткнига, 2004. — 320 с. — 7000 экз. — ISBN 5-17-019816-7, 5-9578-0500-9.
  • Юрадо К. К. Иностранные добровольцы в вермахте. 1941-1945. — АСТ, Астрель, 2005. — 62 с. — (Военно-историческая серия «Солдатъ»: Униформа. Вооружение. Организация). — 3000 экз. — ISBN 5-17-027662-1, 5-271-10458-3, 0-85045-524-3.