Иҫке Башап

Иҫке Башап (Күперле Башап, Ашап[2]; рус. Старый Ашап) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804003.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 14 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 46 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 20 ир һәм 26 ҡатын[3].

2005 йылда ауылда 66 кеше йәшәгән[4].

Климат

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихы

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 11 йортонда 80 кеше йәшәгән[5]. 1834 йылда үткән VIII ревизия ауылдың 18 йортонда 59 ир-ат һәм 64 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәгән[5]. Ауылда барлыҡ йәшәүселәрҙә милләттәре буйынса башҡорт булғандар[5].

Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[5]. 1842 йылда ауылдың 116 аҫабаһы бөтәһе 344 бот икмәк сәскән, 18 йорттоң мөлкәтендә 15 ат, 80 һыйыр, 129 һарыҡ, 20 кәзә, 3 умарта һәм 1 солоҡ иҫәпләнгән[5]. Ул ваҡытта ауылда тирмән дә булған[5]. Шулай уҡ тарихи сығанаҡтарҙа 1861 йылда ауыл мәсет эргәһендә мосолман мәктәбе эшләүе тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[5].

Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар