Йәрмөхәмәт (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Йәрмөхәмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Йәрмөхәмәт исеме бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмөхәмәт фарсы телендәге йәр (дуҫ, иптәш) һәм ғәрәп телендәге мөхәмәт һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмөхәмәт Хажиев (? — 3 июнь 1740 йыл) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы (1910 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡыҙылармеецы), Башкавдивизияның 35-се уҡсылар полкы кавалерисы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы (Йәрмөхәмәт Йомағужин; 1794 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Фамилия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3 февраль 1948 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998).

Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы (рус. Ярмухаметов Зулкарнай Анасович; 17 ғинуар 1917 йыл — 18 июнь 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981).

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмөхәмәт (рус. Ярмухаметово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Йәрмөхәмәт (рус. Ермухаметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ