Йәғәфәр (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йәғәфәр

Йәғәфәр — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Йәғәфәр исеме бар.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәғәфәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Йәннәт шишмәһе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (30 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-инженер‑технолог, хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре. 1989—2011 йылдарҙа «Каустик» һәм «Полиэф» йәмғиәттәренең генераль директоры, 2011—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан — химия һәм химик технологиялар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған химигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989), Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.

Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы (рус. Абдуллин Джафар Каюмович) (19131943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадрон командиры. Гвардия лейтенанты.

Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы (4 ноябрь 1924 йыл — 17 ғинуар 1945 йыл) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Әхтәмов Йәғәфәр Әхтәм улы (1910 йыл — 6 июль 1942 йыл Курск өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл) — финансы-иҡтисадсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышы яугире.

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәғәфәр (рус. Ягафаровка) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ