Кортунов Алексей Кириллович
Алексей Кириллович Кортунов (1907 йылдың 28 марты, Новочеркасск — 1973 йылдың 18 ноябре, Мәскәү) — инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы командиры, полковник (1943). СССР-ҙың газ сәнәғәте министры (1965—1972), СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министры (1972—1973). Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Кортунов Алексей Кириллович 1907 йылдың 28 мартында Рәсәй империяһының Дон ғәскәре өлкәһе (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе) Новочеркасск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
1931 йылда Новочеркасск инженер-мелиорация институтын, 1933 йылда Мәскәүҙә бөтә Союз гидротехника һәм мелиорация ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһын тамамлай[2].
Хеҙмәт юлы 1933 йылда Украина ССР-ы Мариуполь ҡалаһында «Азовсталь» металлургия комбинаты төҙөлөшөндә башлана. Эшкә комсомол путёвкаһы (рус.)баш. менән ебәрелә. Артабан Үҙәк аэрогидродинамика институтын төҙөүҙә ҡатнаша[2].
1938 йылда Ҡыҙыл Армияға офицер булараҡ саҡырыла, инженер-механик вазифаһында хеҙмәтен башлай, артабан аэродром комплекстары төҙөлөшө начальнигы була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хәрәкәт итеүсе армияға алыуҙарын һорап рапорт бирә, әммә хәрби белеме булмау сәбәпле Хәрби-инженер курстарына ебәрелә. 1942 йылдан фронтта, 134-се уҡсылар дивизияһының инженер хеҙмәте начальнигы, 1943 йылдың мартында полк командиры итеп тәғәйенләнә[2].
Белорус һөжүм операцияһында батырлыҡ күрһәтә. 629-сы уҡсылар полкы командиры (134-се уҡсылар дивизияһы, 69-сы армия, 1-се Белорус фронты) полковник Кортунов 1944 йылдың 29 июленә ҡарай төндә алдынғы отряд составында Висла йылғаһын аша сыға. Полктың тулыһынса йылғаны кисеүен көтмәйенсә, Польшаның Пулава ҡалаһынан 18 километр көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Люцимя тораҡ пунктына һөжүм ойоштора һәм уны баҫып ала. 29 июлдә 629-сы уҡсылар полкы яугирҙары дошмандың өҫтөнлөклө көстәренең 11 контратакаһын (рус.)баш. кире ҡаға һәм 1944 йылдың 2 авгусында биләгән плацдармды киңәйтә. Был алыштарҙа Кортунов етәкселегендәге полк дошмандың 1000-дән ашыу һалдатын, 6 танкын, 7 штурмлау орудиеһын юҡ итә, 5 складты баҫып ала[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән полк менән оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн полковник Кортунов Алексей Кирилловичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].
1945 йылдың июленән Германияла Тюрингия еренең Совет хәрби хакимиәтенең хәрби бүлеге начальнигы. 1948 йылдың сентябренән запасҡа (рус.)баш. ебәрелә[2].
1948 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем А. К. Кортуновтың хеҙмәт эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәте менән бәйле була:[1]
- 1948—1950 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Главнефтегазстройҙың Туймазы территориаль төҙөлөш идаралығы начальнигы.
- 1950 — СССР нефть сәнәғәте министрының төҙөлөш буйынса урынбаҫары.
- 1953 — илдең көнсығыш райондарында төҙөлөш буйынса баш идаралыҡ начальнигы (Главвостокнефтестрой).
- 1954 йылдың декабренән СССР-ҙың Главнефтепромстрой (рус.)баш. начальнигы.
- 1955 йылдың февраленән СССР нефть сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министры урынбаҫары.
- 1955 йылдың майынан СССР нефть сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министры.
- 1957 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Газ сәнәғәте баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә (бер үк ваҡытта 1961 йылдың октябренән 1963 йылдың мартына тиклем СССР министры). Берҙәм газ менән тәьмин итеү системаһын булдырыу проектында ҡатнаша.
- 1963 йылдың мартынан СССР-ҙың Газ сәнәғәте буйынса дәүләт производство комитеты рәйесе — СССР министры.
- 1965 йылдың октябренән СССР-ҙың газ сәнәғәте министры.
- 1972 йылдың сентябренән СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министры.
1961—1973 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат, СССР-ҙың 6-8 саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1].
1973 йылдың 18 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[2].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Алексей Кириллович Кортуновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- 2003 йылда Рәсәй Нефть һәм газ төҙөүселәр союзы А. К. Кортунов исемендәге Алтын миҙал булдыра.
- Октябрьский ҡалаһы урамы Кортунов исеме менән аталған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (24 март 1945 йыл),
- 4 Ленин ордены (24.03.1945, 02.04.1957, 01.07.1966, 25.08.1971),
- 2 Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.03.1943, 21.05.1945),
- III дәрәжә Суворов ордены (25.08.1944),
- Александр Невский ордены (13.10.1943),
- СССР миҙалдары
- Батырҙар тәреһе (Польша, 1945)
- Хеҙмәт ордены (Чехословакия, 26.06.1967).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Б. Н. Латыпов. Кортунов Алексей Кириллович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Н. В. Уфаркин. Кортунов Алексей Кириллович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Кортунов Алексей Кириллович 1907г.р. Проект Министерства обороны РФ «Подвиг народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
Сығанаҡтар
- В. И. Андриянов. Кортунов. Москва : Молодая гвардия, 2007. 550, [2] с., [24] л. ил. (Жизнь замечательных людей; Вып. 1240 (1040)). ISBN 978-5-235-02960-6.
- В. А. Рунов, А. Д. Седых. Алексей Кортунов. Газпром в жизнеописаниях выдающихся организаторах отрасли. М.: Московское военно-историческое общество, 1999. ISBN 5-89802-003-9
- Н. В. Чешко, Т. Л. Трофимова. М.: Союз-Дизайн, 2017, 608 с. ил. Алексей Кортунов. Соратники. Ученики. ISBN 978-5-00016-024-4
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Кортунов Алексей Кириллович (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Кортунов Алексей Кириллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Проект Министерства обороны РФ «Подвиг народа». Кортунов Алексей Кириллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- ПАО «Газпром». Официальный сайт. Алексей Кириллович Кортунов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Сайт ПАО «Транснефть». Герой своего времени (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)
- Сайт «Депутаты». В Октябрьском есть улица Героя Советского Союза Алексея Кортунова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2026)