Кубакаев Тимирай Кубакаевич

Тимирай Кубакаевич Кубакаев (1919 йылдың 1 июле, Төлдө, Ҡалтасы районы1943 йылдың 15 ғинуары, Красновка[d], Ростов өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Кубакаев Тимирай Кубакаевич 1919 йылдың 1 июлендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы) Төлдө ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Тыуған ауылында тракторист, һуңынан һалсы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Батырлығы

Комсомолец, гвардия кесе сержанты, 130-сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры Кубакаев 1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугирҙан торған төркөм составында Ростов өлкәһе Тарасов районының станция эргәһендәге Дон ҡасабаһы (хәҙерге Красновка станцияһы) ситендәге өс йортто тотоп тора. Гитлерсылар йорттарға ут төрткәс тә яугирҙар атышыуын дауам итә. Ошо яуҙа һәләк була[3][4]. Тарасов районының Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указына ярашлы, командованиеның ҡушҡан бурыстарын өлгөлө башҡарғаны һәм фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе сержанты Тимирай Кубакаевҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Ростов өлкәһе Красновка станцияһы перронында 13 Геройға һәйкәл ҡуйылған, шулай Уҡ Красновка утарында 13 Советтар Союзы Геройы Музейы Һәм Тарасовский ҡасабаһында Мемориал асылған[2].
  • Мәскәүҙә, Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында «Красновканың 13 Геройы» стенды йыһазландырылған[7].
  • Башҡортостандың Ҡалтасы районы үҙәгендә, Еңеү паркында Т. К. Көбәкәевҡа һәйкәл ҡуйылған[8].
  • Тыуған ауылында мәктәп уның исемен йөрөтә, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[9][10].
  • Тимирай Кубакаев тураһындағы материалдар Бабай урта дөйөм белем биреү мәктәбе музейында һаҡлана[11].
  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының Ҡалтасы ауылы 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Тимирай Кубакаевич Кубакаев исеме бирелә[12][13].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы.
  2. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.
  3. 1 2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 24/25, л. 12/98—100).
  4. ОБД Мемориал|52808218.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 31 марта 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик: газета. — 1943. — 9 апреля (№ 14 (220)). — С. 1
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Подвиг Тринадцати Героев Красновки 2014 йылдың 2 март көнөндә архивланған..
  8. Памятник Герою Советского Союза Тимираю Кубакаевичу Кубакаеву(недоступная ссылка).
  9. Память о Герое Советского Союза Тимирае Кубакаеве увековечена в его родном Калтасинском районе Башкирии(недоступная ссылка).
  10. Герою-марийцу установили мемориальную доску.
  11. Бабаевская школа. Калтасинский район РБ 2015 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
  12. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.
  13. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар