Кузнецов Павел Осипович

Кузнецов Павел Осипович (1899 йылдың 10 [22] июне, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы1950 йылдың 5 июне, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, авиация генерал-майоры (28.05.1943), Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизиялар командиры, авиация корпусы командиры.

Биографияһы

Павел Осипович Кузнецов 1899 йылдың 10 июнендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙендәге Ҡағы заводында тыуған. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1898 йылда Баймаҡта[1] тыуған. Рус[2].

Армияға саҡырылғанға тиклем Баймаҡ ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 12 саҡрымда урынлашҡан Увараж руднигында мейес сығарыусы булып эшләй[3].

1917 йылдың февраленән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Рус император армияһында хеҙмәт итә. 1918 йылдың апреленән октябренә тиклем һәм 1919 йылдың февраленән апреленә тиклем Ҡыҙыл гвардияла (партизан отрядтарында) була. Адмирал А. В. Колчак армияһында — 1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә тиклем. 1919 йылдың апреленән Ҡыҙыл армия сафына баҫа.

1923 йылда Мәскәүҙә 1-се Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты исемендәге берләшкән команда составын әҙерләү мәктәбен, 1925 йылда Ленинградта ЭКҠА хәрби-һауа көстәренең хәрби-теоретик мәктәбен, 1926 йылда ОСОАВИАХИМ исемендәге ЭКҠА хәрби-һауа көстәренең 2-се хәрби осоусылар мәктәбен, 1933 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа академияһы ҡарамағындағы етәксе составты камиллаштырыу курстарын, 1937 йылда ЭКҠА хәрби-һауа көстәренең Липецк юғары осоу-тактик мәктәбен тамамлай йыл.

Граждандар һуғышында ҡатнаша. Уралда Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ янындағы яуҙарҙа алыша. 1919 йылдың апрелендә Орск янында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1920 йылдың апреленән уның полкы Төркөстан фронтына (Кушка ҡәлғәһенә) күсерелә. 1920 йылдың авгусынан Ашхабад ҡалаһында 1-се революцион армия штабында айырым запас батальон ротаһына, һуңынан фарсы сигендә айырым ротаға етәкселек итә[2].

ЭКҠА хәрби-һауа көстәренең хәрби-теоретик мәктәбен тамамлағандан һуң, 1926 йылдың ноябренән биш йылдан ашыу Белоруссияның Гомель ҡалаһындағы 52-се авиаэскадрильяла хеҙмәт итә, унда кесе осоусы, өлкән осоусы, звено командиры, отряд командиры дәрәжәләренә тиклем хәрби юл үтә. 1933 йылдың июлендә 8-се эскадрилья командиры итеп тәғәйенләнә. 1934 йылдың ғинуарында эскадрилья менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа Приморье ғәскәрҙәре төркөмөнөң хәрби-һауа көстәре составына күсерелә.

1938 йылдың апрелендә Киев хәрби округына 51-се авиабригаданың 3-сө еңел штурмлау авиаполкы командиры итеп күсерелә. 1939 йылда полк Дрогобыч өлкәһенең Комарно аэродромынан Ҡыҙыл армияның Көнбайыш Украинаға һәм Бессарабияға походында ҡатнаша.

1941 йылдың мартында 75-се авиация дивизияһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы

Һуғыш башында шул уҡ вазифала була.

1941 йылдың 9 июленән Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 75-се авиация дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың 15 июлендә дивизия хәрәкәт итеүсе армия составына инә. Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный шәхсән Кременчуг ҡалаһын һәм Днепр аша кисеүҙәрҙе обороналау бурысын ҡуя.

1942 йылдың февраленән полковник 38-се армияның Хәрби-һауа көстәре командующийы урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Июндә 272-се бомбардировка авиация дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 8-се һауа армияһы составында дивизия июнь айынан ноябргә тиклем Сталинград янында оборона алыштарында ҡатнаша, һуңынан контрһөжүм барышында фронт ғәскәрҙәренә ярҙамлаша, немецтарҙың ҡамауҙа ҡалған төркөмөн тар-мар итеүҙә һәм уның Котельнич төркөмөнөң һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. 1943 йылдың башында дивизия 8-се һауа армияһы менән бергә Көньяҡ фронт составында Ростов йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттәр барышында уңышҡа өлгәшә, дошмандың сигенгән көстәрен юҡ итә, һөжүм итеүсе ғәскәрҙәргә һауанан ярҙамлаша, немецтарҙың өҫтәлеп торған резервтарына ҡаршы көрәшә. Командованиеның заданиеларын уңышлы үтәгәне өсөн 1943 йылдың мартында дивизия 2-се гвардия төнгө бомбардировка авиация дивизияһы итеп үҙгәртелә.

1943 йылда совет ғәскәрҙәренең йәйге һөжүме осоронда дивизия частары дошмандың Миус йылғаһындағы оборонаһын өҙгәндә, Донбассты, Мелитополде һәм Украинаның һул яр буйының көньяҡ өлөшөн азат иткәндә Көньяҡ фронт ғәскәрҙәренә ярҙам итә. 1943—1944 йылдарҙа дивизия дошмандың Никополь төркөмөн тар-мар итеү барышында ҡоро ер ғәскәрҙәренә һауанан ярҙам күрһәтә, Ҡырым операцияһы башланыр алдынан 4-се Украин фронты ғәскәрҙәрен Сиваш ҡултығы һәм Перекоп ҡалаһы янында тупланыуын ышыҡлап тора. 1944 йылдың апрелендә Сивашты аша сыҡҡанда һәм Перекоп оборона һыҙығын өҙгәндә дивизия осоусылары дошмандың ҡаршылыҡ нығытмаларын бомбаға тота, һуңынан фронт ғәскәрҙәренә Ҡырым ярымутрауының төпкөлөнә һөжүм итеүҙә, Сапун-тауҙы штурмлауҙа, Севастополде азат итеүҙә, Херсонес морононда дошман ғәскәрҙәрен юҡ итеүҙә ярҙамлаша. Дивизия 1944 йылдың 16 июненән 3 авгусына тиклем 1-се Украин фронты составында Львов-Сандомир операцияһында ҡатнаша. Августа уның частары 4-се Украин фронтының 8-се һауа армияһы составында Украинаның Карпат аръяғында ғәскәрҙәрҙең һөжүменә булышлыҡ итә.

1944 йылдың 7 сентябрендә 2-се гвардия төнгө бомбардировка авиация дивизияһы 15-се гвардия штурмлау авиация дивизияһы тип үҙгәртелә, уға һуғыштың аҙағына тиклем авиация генерал-майоры П. О. Кузнецов етәкселек итә. 1945 йылдың ғинуарында дивизия Моравска-Острава һәм Прага операцияларында, Чехословакияны һәм Польшаның көньяҡ райондарын, Чехословакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуң да ошо дивизияға етәкселек итә. 1947 йылдың мартынан 211-се штурмлау авиация дивизияһы командиры була. 1947 йылдың ноябрендә 1-се гвардия штурмлау авиация корпусы командиры итеп тәғәйенләнә.

1950 йылдың 5 июнендә Мәскәүҙә вафат була[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Штаб Южного фронта. Наградной лист на орден Красного Знамени. Память народа. МО РФ (1943-30-09). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  2. 1 2 3 4 Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 630. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.
  3. Кузнецов Павел Осипович. bvvaul.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  4. Штаб Южного фронта. Наградной лист на орден Красного Знамени. Память народа. МО РФ (1943-30-09). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  5. Кузнецов Павел Осипович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.

Әҙәбиәт

  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 630. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.

Категориялар