Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна

Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна (1992 йылдың 27 июне, Чебоксар) — Рәсәй еңел атлеты. 2012 йылғы Йәйге паралимпия уйындарының көмөш призёры, паралимпия еңел атлетикаһы буйынса донъя чемпионы (2025), һөңгө ырғытыу буйынса донъя һәм Европа чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призёры (2025). Йүгереүҙә Европа чемпионатының ике тапҡыр призеры (400 м һәм 200 м). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Биографияһы

Анна Юрьевна Кулинич-Сорокина (ҡыҙ фамилияһы Сорокина) 1992 йылдың 27 июнендә Чебоксар ҡалаһында тыуған. Атаһы — Сорокин Юрий Флорович — хәҙерге Сыуашстандың Аликов районы Үрге Татмыш ауылынан[2].

Анна — Чебоксар һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус (коррекцион) дөйөм белем мәктәбенең еңел атлетика секцияһы тәрбиәләнеүсеһе[3]: 2004 йылда 12 йәшенән секцияға килә.

Башҡортостан физик культура институтын (УралГАФК филиалы) тамамлаған[2].

Спорт һөҙөмтәләре

• Паралимпия еңел атлетикаһы буйынса донъя чемпионы (2025)[4];
• Донъя чемпионатының көмөш призёры (2025)[5];
• 2012 йылғы Йәйге паралимпия уйындарының көмөш призёры;
• Һөңгө ырғытыу буйынса донъя һәм Европа чемпионы;
• Йүгереүҙә Европа чемпионатының ике тапҡыр призеры (400 м һәм 200 м);
• 14 йәшкә тиклемге спортсылар араһында еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (2005): оҙонлоҡҡа һикереү буйынса — 1; 60 метрға йүгереү буйынса — 2; 200 метрға йүгереүҙә — 2;
• Юниорҙар араһында Европа чемпионаты (2006): оҙонлоҡҡа һикереү, 800 һәм 400 метрға йүгереү буйынса — 1.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (10 сентябрь 2012 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2012 йылда Лондонда XIV йәйге паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштар өсөн (Бөйөк Британия)[6].
• Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012)[7].

Ғаиләһе

• Ире — Иван Кулинич — еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы массажисы[8].
• Ҡыҙы София[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Бруштейн Илья. В единой олимпийской семье // «Школьный вестник» : журнал. — 2015. — 2 сентябрь. Архивировано 18 июнь 2018 года.
  2. 1 2 Урок мужества с серебряным призером Паралимпийских игр в Лондоне 2012 года Анной Сорокиной // Ефремкасинское сельское поселение Аликовского района Чувашской Республики. — 2014. — 2 сентябрь.
  3. Скородумов Н. Г. Сорокина Анна Юрьевна // Электронная Чувашская энциклопедия.
  4. Инсаф Хужабирганов. Анна Кулинич-Сорокина из Уфы стала чемпионкой мира по легкой атлетике. ИА «Башинформ» (1 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  5. Альфия Аглиуллина. Паралимпийки Башкирии стали призерами чемпионата мира по легкой атлетике. ИА «Башинформ» (29 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  6. Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2012 года № 1281 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йылдың 28 июль көнөндә архивланған.
  7. Приказ Министра спорта Российской Федерации от 5 октября 2012 года № 22-нг «О присвоении почетного спортивного звания „Заслуженный мастер спорта России“» // Министерство спорта Российской Федерации.
  8. 1 2 Шафикова Лилия. «Вся Уфа» побывала в гостях у призера Паралимпийских игр Анны Кулинич-Сорокиной // Телекомпания «Вся Уфа». — 2018. — 3 ғинуар.

Һылтанмалар