Екатеринбург ваҡыты

Екатеринбург ваҡыты (YEKT) — Урал федераль округының һәм Свердловск өлкәһенең административ үҙәге булған Екатеринбург ҡалаһы урынлашҡан сәғәт бүлкәтендәге урындағы ваҡыттың рәсми булмаған атамаһы.

Екатеринбург ваҡыты Мәскәү ваҡытынан ике сәғәткә алда (МСК+2)[1] (хәҙерге ваҡытта — UTC+5:00, 2014 йылға тиклем — UTC+6:00, 2011 йылға тиклем: ҡыш — UTC+5:00, йәй— UTC+6:00). Был ваҡыт Башҡортостан Республикаһында, Пермь крайында, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында рәсми ваҡыт булып иҫәпләнә.

Дөйөм майҙан: 3,55 млн км²

Файл:Timezones2014 UTC+5.png
Екатеринбург ваҡыты (UTC+5:00) донъяның сәғәт бүлкәттәре картаһында:
һары төҫтәЕкатеринбург ваҡыты — UTC+5-тең йыл әйләнәһендәге зонаһы;
зәңгәр төҫтә — UTC+5-тең океандағы зонаһы;
күк төҫтә — UTC+5 ҡышҡы осорҙа (октябрь — март) Төньяҡ ярымшарҙа.

Категориялар