Морат (тау саңғыһы үҙәге)
«Морат» тау саңғыһы үҙәге (рус. Горнолыжный центр «Мраткино») — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы Морат тауы итәгендә урынлашҡан[1].
Ул Көньяҡ Уралда боронғоларҙан һанала[2]. Техник характеристикалары буйынса иң юғары класлы спортсыларҙы әҙерләү һәм Бөтә Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара масштабтағы ярыштарҙы үткәреү өсөн яраҡлы[3].
Туристар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана, сөнки район биләмәһендәге, мәҫәлән, «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге менән генә сағыштырғанда ла хаҡтар бында күпкә арзаныраҡ[4].
Географияһы
Морат тауы Урал һыртында, Белорет ҡалаһы ситендә ята. Ул ҡарағай урманы менән ҡапланған. Яҡын тирәлә Әрүәкрәз, Ямантау, Кирәл, Еләкташ һәм Яланғас, Машаҡ һәм Елмерҙәк атамалы тау түбәләре һәм тау һырттары бар[4].
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тиклем 256 саҡырым, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына хәтлем — 80 километр, Белорет тимер станцияһына ҡәҙәр — 15 саҡырым, Белорет ҡалаһының автовокзалына — 6 саҡырым[4].
Тарихы
1992 йылда тау саңғыһы базаһы «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тапшырыла[3].
2010 йылдың 26 ғинуарында Белорет металлургия комбинаты «Морат» тау саңғыһы үҙәген Башҡортостан Республикаһы милкенә бушлай ҡайтара[5].
Тау
Тауҙың бейеклеге: абсолют 806 метр, сағыштырма 530 метр. Уның көньяҡ һәм төньяҡ битләүҙәрендә тау саңғыһы трассалары йыһазландырылған, уларҙың бейеклек айырмаһы 300 метрға тиклем. Тауҙың оҙонлоғо: 2300 метр. Ауышлығы: 12-70 %[4].
Морат тауы (2011 йылдағы фото)
Тау саңғыһы үҙәге ике битләүгә эйә — көньяҡ һәм төньяҡ. 2021 йылда ике битләүҙә 8 трасса була: бише — көньяҡта, өсө — төньяҡта[6]:
| Көньяҡ битләү | Төньяҡ битләү |
|---|---|
|
|
Морат тауының көньяҡ һәм төньяҡ битләүендә заманса дүрт урынлыҡ кресло-күтәргестәр ҡуйылған[7]. Өҫтәмә рәүештә көньяҡ битләүҙе «тәрилкә» тибындағы бугель канат юлы хеҙмәтләндерә, тау саңғыһында шыуырға өйрәнеү зонаһы ла шундай уҡ күтәргес менән йыһазландырылған[4].
Күтәргестәрҙең характеристикаһы[8]:
Көньяҡ битләүенең дүрт урынлыҡ креслолы канат юлының оҙонлоғо 1013 м, үткәреү һәләте сәғәтенә 1690 кеше. Төньяҡ битләүенең дүрт урынлыҡ креслолы канат юлының оҙонлоғо 1009 м, үткәреү һәләте сәғәтенә 1770 кеше. Көньяҡ битләүенең бугель канат юлының оҙонлоғо 980 м, үткәреү һәләте сәғәтенә 900 кеше. Балалар өсөн бугель канат юлының оҙонлоғо 150 м, үткәреү һәләте сәғәтенә 250 кеше[1].
Прокатҡа ҡорамал һәм инвентарь алыу
Курорт хакимиәте бинаһында тау саңғыһы һәм сноуборд инвентарын прокатҡа биреү пункты бар. Хаҡы аҙна көндәренә һәм ҡуртым ваҡытына бәйле. Ҡорамалдарҙы комплектта йәки айырым алырға мөмкин. Комплектҡа аяҡ кейеме, сноуборд йәки тау саңғыһы инә[4].
Туҡланыу
Көньяҡ битләүҙең түбәнге күтәргес станциялары янында бер нисә йылы кафе урынлашҡан. Башҡорт милли аш-һыуын ысын тирмәлә урынлашҡан кафе тәҡдим итә. Яҡшы һауа шарттарында тыштағы өҫтәлдәрҙә ашау ойошторорға була. 2024 йылдың декабрендәге хаҡтар бер кешегә уртаса 400-600 һумға тамаҡ туйҙырырға мөмкинлек бирә ине[4].
Үҙенсәлектәре
Морат тауының һәм саңғы үҙәгенең төп үҙенсәлеге — бындағы тәбиғи матурлыҡ. Үҙәк һоҡланғыс убалар һәм урман массивтары менән уратып алынған, был тәбиғәттә ял итеү өсөн матур атмосфера булдыра[1].
Ҡабатланмаҫ рельефлы, матур битләүле һәм ҡар япмаһы күп булған тауҙар төрлө йәштәге тау саңғыһы спортын һәм туризмды яратыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Үҙәк спорт традицияларына бай, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе тауҙан шыуыуға өйрәтеүҙең төрлө формаларын тәҡдим итә.
Морат тауы Көньяҡ Уралдағы Урал һырттарының иң бейек нөктәләренең береһе һанала. Шулай ҙа трассаларҙың бейеклеге яңы килеүселәргә лә, профессионалдарға ла иркенләп шыуырға мөмкинлек бирә, өҫтәүенә бында балалар өсөн трассалар бар[4].
Белоретта климат-континенталь, ҡыш сағыштырмаса һалҡын түгел: ғинуар температураһы уртаса 16,8 градус. Ҡар ҡатламының ҡалынлығы (1,5 метрҙан 2 метрға тиклем), таҙа һауа һәм ҡояшлы һауа торошо арҡаһында үҙәк тау саңғысыларының һәм әүҙем ваҡыт үткәреүҙе яратыусыларҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнгән[1].
Инфраструктура даими үҫешә, шуға күрә үҙәктә күңел асыуҙың яңы төрҙәре һәм килеүселәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыла. Башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкин булған ресторандар һәм кафелар кулинар төрлөлөгө менән айырыла[9]. Быға өҫтәлмә тау саңғыһында йәки сноубордта шыуыуҙан һуң ҡунаҡтар Белорет ҡалаһында күп төрлө күңел асыуҙар таба ала.
Ҡаҙаныштары
«Морат» тау саңғыһы үҙәге Уралда һәм тотош СССР-ҙа тау саңғыһы спортын үҫтереүҙә лидерҙарҙың береһе була[3].
Урындағы спорт мәктәбенең өс тәрбиәләнеүсеһе Олимпия уйындарында ҡатнаша[3]. Биш халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 32 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры, 66 спорт мастерлығына кандидат һәм күп һанда уңышлы спортсылар әҙерләнгән[3].
Нисек барырға
• Самолёт. Яҡындағы аэропорттар: Магнитогорск — 80 км, Өфө — 256 км. Артабан тимер юл транспорты, автобус, такси[4].
• Поезд. Белорет вокзалы Өфө һәм Магнитогорск ҡалалары менән тура бәйләнештә тора. Курорттан 15 км алыҫлыҡта, артабан ҡала транспорты йәки такси менән урынлашҡан[4].
• Автобус. Өфө — Белорет, Силәбе — Белорет, Магнитогорск — Белорет маршруттары буйынса даими автобус рейстары бар. Автовокзал «Морат» тау саңғыһы үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан, артабан таксиҙа[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Горнолыжный портал «Rider Skill». Мраткино (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2025)
- ↑ «Мраткино» одна из старейших горнолыжных баз на Урале. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2011. Архивировано 3 март 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 У горнолыжного центра «Мраткино» началась новая эра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Отдых в России. Проект «Комсомольской правды». Горнолыжный курорт Мраткино в Башкирии 2024–2025 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2025)
- ↑ Белорецкий металлургический комбинат безвозмездно передал в собственность Республики Башкортостан горнолыжный центр «Мраткино». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года.
- ↑ О комплексе – ГЛЦ Мраткино (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2021. Архивировано 4 март 2021 года.
- ↑ Курорт в Башкирии «Мраткино»: ранний снег, сосны-защитники, эффектный загар. Аргументы и факты (30 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2024.
- ↑ Трассы и подъемники – ГЛЦ Мраткино (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2021. Архивировано 4 март 2021 года.
- ↑ Горнолыжный комплекс Мраткино. Visit-bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2024.
Һылтанмалар
• Горнолыжный портал «Rider Skill». Мраткино (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2025)
• Сайт «НеДома.ру». Главная / Горнолыжные курорты России / Мраткино (Белорецк) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2025)
• Отдых в России. Проект «Комсомольской правды». Горнолыжный курорт Мраткино в Башкирии 2024–2025 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2025)
