Мортышбаш

Мортышбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Иләксаз ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Мортыш буйында урынлашҡан[2].

Тарих

Мортышбаш (Апас) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1755 йылдан билдәле[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла улусы составына керә.

1905 йылда ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән.

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны 1930 йылдан — Сарман районы составында була[2].

Халыҡ һаны

1795 йылда —105 башҡорт, 48 яһаҡлы татар, 116 типтәр; 1834 йылда — 146 аҫаба башҡорт, 20 керҙәш башҡорт, 106 типтәр; 1870 йылда — 693 башҡорт һәм 208 татар йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
19061958198920002010
1082298255223243

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[2].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 184—186. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә