Ҡаташ-Ҡаран
Ҡаташ-Ҡаран[2] (Иҫке Саҡлау, Ҡаршы-Саҡлы; татар. Катыш Каран, рус. Каташ-Каран) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәт-Мулла улусы составына керә[4].
1864 йылда ер етмәү сәбәпле ауылда йәшәүсе 20 ир затлы аҫаба башҡорттары Бишауыл-Күрпәс-Табын улусының Яңы Аҡташ ауылына күсерелгән[4].
XX быуат башында ауылда һыу тирмәне, 2 мәсет, мәҙрәсә теркәлгән. Мәҙрәсәлә башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой белем алған[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылдан Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы составында була[3].