Сураш (Татарстан)

Сураш[3] (Чураш, Саклау-Чураш[4]; татар. Чураш, рус. Чурашово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

География

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Тарих

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1752 йылдан билдәле[3]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[6].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, 2 икмәк магазины, 2 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән[6][5].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[5].

Халҡы

1795 йылда ауылда 30 башҡорт һәм 70 яһаҡлы татар; 1834 йылда — 68 башҡорт; 1912 йылда — 356 аҫаба башҡорт һәм 465 татар иҫәпләнгән[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5][6])
1795187018971922192619381949195819701979198920022010
53386619831780858591506583426297293260

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сураш (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 399. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  5. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  6. 1 2 3 4 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 223—225. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә