Ҡарашай-Саҡлау
Ҡарашай-Саҡлау[2] (Иҫке Саҡлау, Ҡаршы-Саҡлы; татар. Карашай Саклау, рус. Карашай-Саклово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составында була[3].
Халҡы
| 1870 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 303 | 680 | 826 | 927 | 590 | 516 | 580 | 468 | 330 | 347 |