Өсөйлө-Саҡлау
Өсөйлө Саҡлау (Өҫкө Саҡлау, Юғары Саҡлау; татар. Өчөйле Саклау, рус. Сулы-Саклово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[3][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[2].