Наука и жизнь (журнал)

«Наука и жизнь» — СССР һәм Рәсәйҙең киң профилле һәм иллюстрациялы ай һайын сыҡҡан фәнни-популяр журналы. 1934 йылдың октябрендә баҫыла башлай, шул уҡ ваҡытта хәҙерге редакция журналдың тарихын Рәсәй империяһында 1890—1900 йылдарҙа нәшер ителгән шул уҡ исемдәге баҫманан алып иҫәпләй. Һуғыштан һуңғы осорҙан алып журналдың тиражы Советтар Союзында иң юғарыларҙың береһе була. Мәҫәлән, 1980 йылда бер һандың тиражы 3 миллион дана тәшкил итә. СССР тарҡалғандан һуң баҫма тиражы ҡырҡа кәмей һәм 2000 йылдарҙа 50 мең дананан артмай.

Тарихы

undefined

• 1890 йыл — Рәсәй империяһы журналисы һәм нәшриәтсе Матвей Никанорович Глубоковский (1857—1903) «Наука и жизнь» исемле журнал баҫтыра башлай. Журналдың маҡсаты — фәнде популярлаштырыу тип иғлан ителә. Баҫма аҙнаһына бер тапҡыр сыға һәм күләме буйынса бәләкәй — 16 бит була. Бер йылға яҙылыу 5 һум тора.
• 1894 йыл — нәшриәтсе «Наука и жизнь» журналынан тыш тағы ла «Дело» тип аталған баҫма сығара башлай, ул — практик йүнәлешле һәм арзан була: йыллыҡ хаҡы бер һум.
• 1900 йыл — мөхәррирҙең ҡаты ауырыуы арҡаһында журнал баҫылмай.
• 1904 — 1906 йылдар — Санкт-Петербургта агроном Ф. С. Груздев мөхәррирлегендә шул уҡ исемле, әммә йүнәлеше бөтөнләй икенсе булған журнал сыға. Ул ижтимағи-сәйәси һәм нәфис баҫма һанала һәм фәнде популярлаштырыуға әллә ни иғтибар бирмәй.
• 1934 йыл — әҙәбиәт тарихсыһы, публицист Николай Леонидович Мещеряков (1865—1942) мөхәррирлегендә «Наука и жизнь» журналы ҡабаттан тергеҙелә.
• 1938 йылдан — «Наука и жизнь» СССР Фәндәр академияһы органы булараҡ баҫыла.
• 1948 йылдан — журнал Сәйәси һәм фәнни белемдәрҙе таратыу буйынса Бөтә Союз «Белем» йәмғиәте тарафынан нәшер ителә.
• 1961 йыл — журнал үҙенең йүнәлешен һәм йөкмәткеһен киң уҡыусылар өсөн асыҡлыҡ яғына үҙгәртә. Баш мөхәррир итеп В. Н. Болховитинов (1912—1980) тәғәйенләнә.
• 1977 йыл — журналдың 8-се һанында «СССР Конституцияһы проекты. Бөтә халыҡ фекер алышыуы» тигән мәҡәлә сыға. Номерҙың тиражы — 3 миллион дана була[2].
• 1980 йыл — баш мөхәррир итеп И. К. Лаговский тәғәйенләнә (1922—2013).
• 1984 йыл — журнал Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
• 1990 йыл — журналдың ойоштороусылары булып редакцияның хеҙмәт коллективы һәм «Правда» нәшриәте сығыш яһай.
• 1991 йылдың ғинуары һәм артабан — журнал тулыһынса редакция компьютерҙарында йыйыла (быға тиклем эштәрҙең күп өлөшө типографияла башҡарылған була).
• 2007 йылдың ноябре — журналда мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән «Ума палата» бүлеге булдырыла.
• 2008 йыл — журналдың баш мөхәррире итеп физика-математика фәндәре кандидаты Елена Леонидовна Лозовская тәғәйенләнә, быға тиклем ул тәбиғи фәндәр бүлеге мөдире була[3].

Журнал редакцияһы

1963 йылдан редакция Мәскәүҙең Мясницкая урамындағы 24-се йорттоң икенсе ҡатында эшләп килә. Йорт архитектор Фёдор Шехтель проекты буйынса һалынған. Бинаға Строганов художество училищеһы урта синыф вәкилдәренә тапшырыу өсөн фатирлы килем йорто булараҡ заказ бирә. Шехтель проекты конкурста еңә: ул тәҡдим ителгән 30 проект араһында экономиялылығы, планлаштырыуҙың компактлығы һәм гигиена күрһәткестәре буйынса иң яҡшыһы булып сыға. Төҙөлөштөң беренсе ташы 1905 йылдың 29 июнендә һалына, ә 1906 йылдың 10 декабрендә йорт файҙаланыуға тапшырыла.

Баш мөхәррирҙәр

Журналдың төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре[4]
• 1890 — 1900 — М. Н. Глубоковский
• 1904 — 1906 — Ф. С. Груздев
• 1934 — 1942 — Н. Л. Мещеряков
• 1943 — 1961 — А. С. Фёдоров
• 1961 — 1980 — В. С. Болховитинов
• 1981 — 2008 — И. К. Лаговский
• 2008 — бөгөнгәсә — Е. Л. Лозовская

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1984)

Тиражы

Журналдың тиражы 1970—1980 йылдарҙа 3 миллион дананан ашып китә һәм СССР-ҙа иң юғарыларҙың береһе була[5]. 2017 йылда (6-сы һан) тиражы — 34 000 дана, 2018 йылда (1-се һан) — 30 120 дана, 2019 йылда (1-се һан) — 28 020 дана, 2020 йылда (1-се һан) — 25 700 дана, 2021 йылда (10-сы һан) — 22 800 дана.

Финанслау

Һуңғы биттәге (тышлыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда) мәғлүмәттәргә ярашлы, «Наука и жизнь» — Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың финанс ярҙамы менән сығарыла[6].

Ҙур һәм бәләкәй рубрикалар

  • Наука на марше
    • Человек и общество
    • Экономические беседы
    • Науки о Земле
    • Физика, астрономия, математика, космос
    • Техника, технология, химия
    • Информатика
    • Биология, медицина
    • Экология
    • История
    • Отечество
    • По Москве исторической
    • Строительство и архитектура
    • Страны и народы. Геральдика
    • Наука и искусство. Музей
  • Ваше свободное время
    • Рассказы, повести, очерки
    • Воспоминания, из семейного архива
    • Люди науки
    • Литературоведение. Языкознание
    • Размышления у книжной полки
    • Маленькие рецензии. Новые книги
    • Лицом к лицу с природой
    • Переписка с читателями
    • Научно-техническое любительство
    • Самообразование
    • Физпрактикум
    • Любителям астрономии
    • Туристскими тропами
    • Спортшкола. Любителям спорта для повышения эрудиции
    • Человек с видеокамерой
    • Коллекционеру на заметку
  • Коротко о науке и технике
    • БНТИ (бюро научно-технической информации)
    • БИНТИ (бюро иностранной научно-технической информации)
    • Рефераты
    • Наука и жизнь 100 лет назад
    • Фотоблокнот
    • Кунсткамера
  • Дела домашние
    • Маленькие хитрости
    • Как это устроено. Новые товары
    • Школа практических занятий. С инструментом в руках
    • Для тех, кто вяжет
    • Хозяйке на заметку
    • О братьях наших меньших. Зооуголок на дому
    • Ваши растения
    • На садовом участке
    • Садоводу на заметку. Рефераты
    • Бизнес на грядке
  • Развлечения не без пользы
    • Кунсткамера. Лаборатория на дому
    • Психологический практикум. Математические досуги
    • Логические игры. Головоломки
    • Кроссворд с фрагментами
    • Шахматы
    • Ответы и решения
    • Стереостраничка

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 0028-1263
  2. ↑ Проект Конституции СССР. Всенародное обсуждение // Наука. и жизнь. — 1977. — № 8. — С. 2—4.
  3. ↑ Новости «Науки и жизни». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2008. Архивировано 16 декабрь 2008 года.
  4. ↑ Семыкин В. С. Трансформация концепции журнала «Наука и жизнь» во второй половине XX века — начале XXI века. Научный корреспондент (2016).
  5. ↑ Тираж: № 1/1950 — 50 000; № 1/1958 — 180 000; № 8/1985 — 3 000 000; № 2/1986 — 3 400 000; № 1/1990 — 2 700 000; № 1/2007 — 44 225 (данные с последних страниц журнала).
  6. ↑ Наука и жизнь. — 2016. — № 6. — С. 144.

Әҙәбиәт

  • «Наука и жизнь» // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
  • «Наука и жизнь» / Д. К. Зыков // Нанонаука — Николай Кавасила. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 144—145. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 22). — ISBN 978-5-85270-358-3.
  • Библиографический указатель статей, помещённых в журналах «Природа», «Техника — молодёжи», «Наука и жизнь», «Знание — сила» с 1940 по 1946 г. // Физика в школе. — 1947. — № 2. — С. 81—89.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә