Никитин Иван Моисеевич

Иван Моисеевич Никитин (1892 йылдың 30 майы, Чемодурово[d], Бөгөлмә өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы1972 йылдың 6 сентябре, Бөгөлмә ҡалаһы, Татар АССР-ы[d]) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы ҡыҙылармеецы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Никитин Иван Моисеевич 1892 йылдың 30 майында Рәсәй империяһының Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Чемодурово ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы) тыуған. Өс класлы мәктәп тамамлаған. Батша армияһында хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1919 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә алына. Граждандар һуғышы алыштарында ҡатнаша. 1922 йылда демобилизациялана (рус.)баш.. 1930 йылдарҙа бригадир, колхоз рәйесе була. 1942 йылдың декабрендә ҡабаттан армия сафына саҡырыла. 1943 йылдың июленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].

1944 йылдың мартына ҡыҙылармеец Иван Никитин 2-се Украина фронтының 2-се танк армияһы 3-сө танк корпусы 57-се мотоуҡсылар бригадаһы уҡсыһы була. Көньяҡ Бугты аша сығыу алышында батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 13 мартында Украинаның Винница өлкәһе Бершад районы Березки-Бершадские ауылы эргәһендә йылға аша сыға һәм ҡул аҫтында табылған кәрәк-яраҡтан күпер һала. Төп көстәр күпер аша сыҡҡанға тиклем уны һаҡлап тора.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге Указы менән «Көньяҡ Буг йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» ҡыҙылармеец Иван Никитинға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм 7686-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[1].

1944 йылдың апрелендә Иван Никитин ҡаты яралана. Госпиталдән (рус.)баш. сыҡҡандан һуң демобилизациялана. Башҡорт АССР-ының Октябрьский, һуңынан — Татар АССР-ының Бөгөлмә ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

1972 йылдың 6 сентябрендә Бөгөлмәлә вафат була, ҡаланың иҫке урыҫ зыяратында ерләнә[1].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Моисеевич Никитиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[2][3];
  • Аҙнаҡай һәм Бөгөлмә урамдары Герой исемен йөрөтә, Бөгөлмәлә уға бюст ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Л. Е. Шейнман. Никитин Иван Моисеевич. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
  2. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
  3. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Воробьёв В. П., Ефимов Н. В. Герои Советского Союза: справ. — СПб., 2010.
  • Нечаев В. Н. Гвардейский Уманский. — М.: Воениздат, 1989.
  • Ханин Л. Герои Советского Союза — сыны Татарии. — Казань, 1969.