Ниғмәт (исем)

Ниғмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ниғмәт исеме бар.

Этимологияһы

Ниғмәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Башҡортса байлыҡ, мөлкәт, бәхет тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1 ғинуар 1931 йыл — 4 март 1994 йыл) — башҡорт фольклорсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Хисмәтуллин Ниғмәт Гәрәй улы (1914 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветеринар хеҙмәткәре, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы (1918 йыл — 1983 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия капитаны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Фамилия

Рәшит Ниғмәти (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин, 27 ғинуар 1909 йыл — 13 октябрь 1959 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордендары кавалеры.

Атаһының исеме

Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (25 ғинуар 1907 йыл — 9 июль 1986 йыл) — башҡорт актёры, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).

Иҫәнгилдин Ғәни Ниғмәт улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, разведчик, рядовой.

Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы (рус. Нигматул(л)ин Сафий, Сафы, Сафа (16 декабрь 1913 йыл — 19?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры. Лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ниғмәт һүҙенең мәғәнәләре: 1. Мул тормошто тәшкил иткән байлыҡ. Ниғмәт йыйыу. 2. Тәмле-татлы ашамлыҡ. Ожмах ниғмәттәре. 3. Бәхет. Ғаилә — илаһи ниғмәт. Ҡәҙер кисе — оло ниғмәт ул.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ