Оло Чаҡмаҡ
Оло Чаҡмаҡ (татар. Олы Чакмак, рус. Большой Чекмак) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Тарих
Ауылға башҡорттар һәм типтәрҙәр нигеҙ һалған. 1795 йылдан билдәле.
XX быуат башында 2 мәсет, мәктәп, мәҙрәсә теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[2].
Халҡы
| 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 828 | 1483 | 1799 | 1166 | 1172 | 877 | 675 | 758 | 668 | 516 | 514 |