Баек
Баек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Баек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
Баек (Байыҡ)— Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы ауылы. 1728 йылдан билдәле[1]. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.
1870 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда мәсет һәм 2 һыу тирмәне теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].