Иҫке Вәрәш (Татарстан)
Иҫке Вәрәш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Вәрәшбаш ауыл биләмәһе составына керә.
Географик урынлашыуы
Тарихы
Иҫке Вәрәш (Шилселе Ҡарантамаҡ) ауылы XVII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә.
1848 һәм 1870 йылдарҙа мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].