Ураҙмәт (Татарстан)
Ураҙмәт — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Ураҙмәт ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
Тарихы
Ураҙмәт — Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].