Юғары Табын
Юғары Табын[2] (татар. Югары Табын, рус. Верхний Табын) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, башта ауыл Ирәкте, ә артабан Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында 2 хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибет, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[4][3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].