Йылғабаш (Мөслим районы)
Йылғабаш (Һаҫыморон[3]; татар. Олы Чакмак, рус. Большой Чекмак) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Яҡынса 1680 йылда нигеҙләнгән. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда тимерлек, икмәк магазины, мәсет, мәктәп, мәҙрәсә теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].
Халҡы
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Йылғабаш (Мөслим районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 386—389. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.