Баланлы (Мөслим районы)
Баланлы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Баланлы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
Тарихы
Баланлы — ирәкте (табын) ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александр-Ҡарамалы улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1816 йылда ир енесле 48 керҙәш (типтәр), 58 дәүләт крәҫтиәне (мишәр), 4 башҡорт; 1848 йылда — 160 керҙәш, 88 дәүләт крәҫтиәне, 8 башҡорт; 1859 йылда — 335 типтәр, мишәр һәм башҡорт; 1870 йылда — 299 типтәр, 201 татар, 40 башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенең йәнәй ырыуы бәзәкә түбәһе башҡорттарынан булғандар[2].
| 1870 | 1920 | 1922 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 630 | 1215 | 847 | 754 | 595 | 557 | 649 | 553 | 386 | 397 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].