Тамъян (Татарстан)

Тамъян[3] (татар. Тәмьян, рус. Тамьян) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

География

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих

Ауылға тамъян ырыуы башҡорттары нигеҙ һала[5]. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[6].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].

Халҡы

1795 йылда ауылда 11 башҡорт; 1859 йылда — 221 башҡорт; 1912 йылда — 22 дәүләт крәҫтиәне (башҡорттарҙан) һәм 392 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
1859187019131920192619381949195819701979198920022008
22127539738825728421316621115210010189

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  5. История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 188—189, 193. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
  6. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 550—551. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә