Пионерская правда
«Пионерская правда» — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең балалар гәзите. Советтар Союзында ВЛКСМ Үҙәк Комитетының баҫма органы һәм Бөтә Союз пионер ойошмаһының төп баҫмаһы була.
1991 йылда, СССР тарҡалғандан һуң, комсомол ойошмаһы таратылғандан һәм пионер ойошмаһы үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, гәзит редакцияһы «”Пионерская правда” гәзите редакцияһы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы итеп үҙгәртелә. Уның ойоштороусылары булып гәзиттең журналистар коллективы һәм «СПО-ФДО халыҡ-ара балалар ойошмалары федерацияһы» сығыш яһай. Сәйәсәттән баш тартып, баҫма балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Бөтә Рәсәй гәзитенә әйләнә[2].
Тарихы
Гәзиттең тарихы 1921 йылдың октябренән Мәскәүҙең Сокольники районы 16-сы балалар йортоноң «Радио» стена гәзитенән башлана. Стена гәзите яйлап Сокольники районының бөтә балалар йорттары гәзитенә әйләнә, машинкала баҫыла. Һуңынан ул Мәскәү һәм губернаның бөтә балалар һәм үҫмерҙәр йорттарының гәзите була, литографик ысул менән баҫыла. 1923 йылдың ғинуарында «Радио» РКСМ ячейкаларының, мәктәптәрҙең, үҫмерҙәр һәм балалар йорттарының дөйөм ҡала органы статусын ала, Мәскәү ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге һәм РКСМ-дың Мәскәү ҡала комитеты етәкселегендә эшләй. Мосполиграф гәзиткә ҙур булмаған типография алырға ярҙам итә, «Правда» һәм «Известия» гәзиткә типография шрифты комплектын тапшыра. 1925 йылдың февраленән гәзит «Школьная правда» исеме менән сыға. 1925 йылдың 17 февралендә РКП (б)-ның Мәскәү ҡала комитеты «Школьная правда» нигеҙендә пионерҙар гәзитен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә, уны 1923 йылдың апреленән сыҡҡан һәм РКП (б)-ның һәм РКСМ-дың Мәскәү ҡала комитеттары, профсоюздарҙың Мәскәү ҡала советы органы булған «Барабан» пионер журналы редколлегияһының бер өлөшө итеп нығыта[3].
«Пионерская правда»ның беренсе һаны 1925 йылдың 6 мартында сыға. Тәүҙә гәзит РЛКСМ-дың Мәскәү ҡала комитетының аҙналыҡ баҫма органы була. Идеологик яҡтан «Пионерская правда», уны ойоштороусылар уйлауынса, «пионер ойошмаһына һәм мәктәпкә үҫеп килгән быуынды коммунистик рухта тәрбиәләүҙә ярҙам итергә, бер үк ваҡытта балаларҙа дуҫлыҡ, иптәшлек, үҙ-ара ярҙам, Ватанға һөйөү, изгелек һәм ғәҙеллек идеалдарын тәрбиәләргә тейеш була».
Гәзитте ойоштороуҙа һәм үҫтереүҙә совет партия һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар: Надежда Крупская, Мария Ульянова, Емельян Ярославский, Максим Горький, Владимир Маяковский, Аркадий Гайдар, Самуил Маршак, Лев Кассиль һәм башҡалар әүҙем ҡатнаша. Гәзиттең беренсе мөхәррире — Николай Бухарин[4].
1926 йылдың мартында, сыға башлауының беренсе йыллығына, гәзиттең тиражы 50 мең дана була[3].
1927 йылдың 6 мартынан гәзит ВЛКСМ-дың Үҙәк һәм Мәскәү ҡала комитеттарының берлектәге органы, ә 1958 йылдан — ВЛКСМ Үҙәк Комитеты һәм уның В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Үҙәк советы органы була[5]. 1928 йылдың 4 февраленән аҙналыҡ гәзит ике тапҡыр, ә 1928 йылдың 3 октябренән аҙнаһына өс тапҡыр сыға башлай[3].
Гәзит СССР-ҙа һәм сит илдәрҙәге ваҡиғалар тураһында яҙа, башҡа илдәрҙә балалар ойошмаларының эшмәкәрлеген яҡтырта, совет пионерҙары һәм уҡыусыларының тормошо һүрәтләй. Халыҡта уны башлыса «Пионерка» тип атап йөрөтәләр.
Гәзиттең тиражы 1965 йылда 7,5 миллион дана, 1975 йылда — 9,5 миллион дана тәшкил итә (СССР гәзиттәре араһында иң ҙур тираж)[3]. Гәзит аҙнаһына ике тапҡыр, 1980 йылдар аҙағында аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Бөтә Союз статусына эйә була[6].
Балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Пионерская правда» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ленин (1950) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1975) ордендары менән бүләкләнә.
1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң комсомол һәм пионер ойошмалары таратыла. Гәзитте ойоштороусылар булып «Пионер ойошмалары Союзы» — «СПО-ФДО халыҡ-ара балалар ойошмалары федерацияһы» һәм редакцияның журналистар коллективы сығыш яһай. Улар баҫма форматын үҙгәртә һәм, сәйәсәттән баш тартып, уны балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Бөтә Рәсәй гәзитенә әйләндерә. 2012 йылдың мартында гәзиттең тиражы — 15 мең дана[7].
Гәзит булдырған наградалар
Эшмәкәрлеге
Советтар Союзында
Сыға башлауының тәүге йылдарынан уҡ гәзит балаларҙың төрлө йәмәғәт хәрәкәттәрен булдыра башлай. «Пионерка» үҙенең биттәрендә уҡыусылар яратҡан 33 клуб ойоштора, улар иҫәбендә «Алтын шайба», «Күн туп», «Аҡ кәмә» [8], шәхестәр араһында аралашыу һәм әхлаҡ мәсьәләләре буйынса «Көҙгө» дискуссия клубы, ауыл тәжрибәселәренең «Бәләкәй тимирязевка клубы», «Йәш мотористар клубы», «Авиамоделсылар клубы»[9].
Халыҡ-ара сәйәсәт тураһында уҡыусылар менән диалог алып барыу өсөн «Колокол» сәйәси клубы асыла, ул балаларҙы мәғлүмәтте анализларға, үҙ фекерен яҡларға өйрәтә, ә 1980 йылдар аҙағында – «Поиск» дөйөм пионер дискуссия трибунаһы эшләй башлай[9].
Гәзит биттәрендә 1956 йылда «Минең Тыуған илем – СССР» Бөтә Союз экспедицияһының башланыуы иғлан ителә, уның сиктәрендә миллионлаған уҡыусы эҙләнеү, тыуған яҡты өйрәнеү, экологик, туристик характерҙағы заданиеларҙы үтәй; ветерандарҙы тимуровсылар кеүек шефлыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. «Зарница» хәрби-спорт ярыштары Бөтә Союз хәрби-спорт уйынына әүерелә[9].
• Гәзит биттәрендә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, космонавтар, яҙыусылар, спортсылар, уҡытыусылар, пионер хеҙмәткәрҙәре, Советтар Союзының иң алыҫ мөйөштәренән йәш хәбәрселәр сығыш яһай.
• Халыҡ мәғарифы органдары, йәмәғәт һәм спорт ойошмалары менән берлектә «Пионерская правда» Бөтә Союз һәм халыҡ-ара балалар сараларын, шул иҫәптән 1960 йылдарҙа гәзит ойошторған балалар спорт клубтары приздарына ярыштар, халыҡ-ара балалар һүрәттәре һәм фотоһүрәттәре күргәҙмәләре, йәш техниктар ижады күргәҙмәләре, күп һанлы походтар, смотрҙар, конкурстар, күргәҙмәләр, спорт уйындары һәм башҡа саралар үткәрә, улар тормошондағы төрлө мөһим ваҡиғаларға һәм уның тарихына арнала[10].
• Совет осоронда йыл һайын «Пионерская правда» гәзитенә балаларҙан 200 меңдән ашыу хат килә, уларҙың бер өлөшө гәзит биттәрендә баҫыла.
• Һуңыраҡ билдәлелек алған күп кенә яҙыусылар «Пионерская правда»ның әҙәби биттәрендә үҙҙәренең хикәйәләре һәм повестары менән дебют яһай[8].
1991 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем
1991 йылдан «Пионерская правда» – төҫлө иллюстрациялы баҫма.
Гәзит логотибын үҙгәртһә лә, «Пионерская правда» призына йыл һайын балалар спорт ярыштары ойоштороу традицияларын һаҡлап ҡала. Йылда мартта балалар саңғы ярыштары буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. 2011 йылдағы 4-се ярыштарҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге 92 мәктәптән 448 йәш саңғысы ҡатнаша[11][12][13][14].
Шулай уҡ футбол буйынса «Күн туп»[15][16] һәм хоккей буйынса «Алтын шайба»[17] Бөтә Рәсәй балалар турнирҙары үткәрелә.
Баш / яуаплы / мөхәррирҙәр[18]
Яуаплы мөхәррирҙәр
(06.03.1925—03.06.1949):
(06.03.1925—03.06.1949):
- М. П. Стремяков (06.03—31.05.1925)
- В. Лядова (09.06.1925—11.09.1926)
- М. Рейхруд (22.09.1926—06.03.1927)
- В. Лядова (06.04.1927—14.10.1930)
- В. А. Зорин (16.10—27.11.1930)
- Козлов (29.11—29.12.1930, вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы)
- Н. Лялин (01.01—04.09.1931)
- Г. Солдатов (06.09.1931—05.03.1933)
- Ал. Я. Строев (15.03—03.09.1933)
- Андрей Иванович Гусев (05.09.1933—02.02.1935)
- Ал. Я. Строев (04.02.1935—08.12.1938)
- Редакцион коллегия (10.12.1938—22.01.1939)
- Н. Н. Данилов (25.01.1939—20.06.1940)
- И. А. Андреев (22.06.1940—10.06.1945)
- В. Г. Губарев (19.06.1945—31.10.1947)
- В. И. Семёнов (04.11.1947—27.05.1949)
- З. П. Туманова (31.05.1949—03.06.1949)
Мөхәррирҙәр
(05.06.1949—):
- З. П. Туманова (05.06.1949—22.04.1952)
- С. В. Потёмкин (25.04.1952—09.01.1953)
- Т. В. Матвеева (13.01.1953—21.04.1961)
- Н. М. Чернова (25.04.1961—1982)
Баш мөхәррирҙәр:
- Грекова Ольга Игоревна (1983—2006)[19]
- Баранников Михаил Николаевич (2006 йылдан)
Документаль фильмдар
- Киножурнал «Пионерия», 1985 г., № 4.. ЦСДФ (РЦСДФ). 1985. 9 минут. Архивная копия от 15 июль 2020 на Wayback Machine — Фильм о газете к её 60-летию.
- Киножурнал «Пионерия», 1966 г., № 6.. ЦСДФ (РЦСДФ). 1966. 10 минут. Архивная копия от 16 июль 2020 на Wayback Machine — Фильм о газете по случаю 5000-го её выпуска.
Кинематографта телгә алыныуҙар
- «Небесный тихоход» фильмы геройҙарының береһе Валентина Петрова — «Пионерская правда» гәзитенең хәбәрсеһе була. Гәзит ветерандары һүҙҙәрпенсә, героиняның прототибы — «Пионерка»ның башватҡыстар бүлеге мөхәррире Василиса Грандова.
- «Верните Рекса» йәнһүрәтендә Сережа исемле малай дуҫын кире ҡайтарырға тырыша, табипҡа телефон аша шылтырата, үҙен милиционер тип таныштыра, «Пионерская правда» гәзитенә яҙыу менән янай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 0032-0048
- ↑ СПО-ФДО является одним из учредителей газеты «Пионерской правды», журналов «Мурзилка», «ИКС-пилот» и «Костер». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 6 август 2017 года.
- ↑ 1 2 3 4 Пионерская правда Архивная копия от 15 июль 2020 на Wayback Machine. Sovmedia.Ru
- ↑ Факты о России : Факт № 2706 : 6 марта 1925 года вышел первый номер газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2012. Архивировано 6 август 2017 года.
- ↑ [ «Пионерская правда»] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 1925 год. Вышел первый номер газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 24 октябрь 2017 года.
- ↑ Страница газеты «Пионерская правда» на сайте Справочник предприятий Москвы и Московской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2014. Архивировано 15 октябрь 2017 года.
- ↑ 1 2 Михаил Баранников: «Пионерская правда» интересна тем, что её создаёт удивительнейший союз детей и взрослых Архивная копия от 24 октябрь 2017 на Wayback Machine — ОТР. 18:45, 5 марта 2015.
- ↑ 1 2 3 Капустина, Ирина Леонидовна. СОВРЕМЕННАЯ ДЕТСКАЯ ГАЗЕТА КАК ТИП ИЗДАНИЯ / Зверева, Екатерина Анатольевна. — Тамбов: ТГУ имени, 2014. — С. 43-44. — 212 с.
- ↑ История одной из советских детских футбольных команд на турнире «Кожаный мяч». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 15 июль 2020 года.
- ↑ IV Всероссийские соревнования по лыжным гонкам на призы газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 16 июль 2020 года.
- ↑ Карельские лыжники поедут на Всероссийские соревнования по лыжным гонкам на призы газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 13 июль 2017 года.
- ↑ Подведены итоги окружного этапа Всероссийских соревнований по лыжному спорту на призы газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 10 ғинуар 2014 года.
- ↑ Участник из Якутии победил на Всероссийском соревновании на призы газеты «Пионерская правда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 17 июль 2020 года.
- ↑ Туляки примут участие во Всероссийском детском турнире по футболу «Кожаный мяч». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2012 года.
- ↑ Турнир «Кожаный мяч». Кременчугские школьники остановились в шаге от заветного трофея. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 15 июль 2020 года.
- ↑ Золотая шайба — 2008. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2012. Архивировано 17 июль 2020 года.
- ↑ Точные даты взяты из соответствующих номеров газеты (указанного числа), где они даны в этих должностях первый и последний раз.
- ↑ Ушла из жизни главный редактор «Пионерки» Ольга Грекова
Әҙәбиәт
- Пионерская правда // Перу — Полуприцеп [Электронный ресурс]. — 2014. — С. 232. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 26). — ISBN 978-5-85270-363-7.
Һылтанмалар
- РНБ-ның «Гәзиттәр селтәрҙә һәм унан ситтә» «Пионерской правды» белешмәһендә электрон күсермәләр
- РГДБ. Архив номеров газеты «Пионерская правда» за 1925—1949 года Архивная копия от 15 июль 2020 на Wayback Machine
- Сайт «Пионерской правды» Архивная копия от 11 август 2020 на Wayback Machine
- «Пионерская правда» на сайте «Старая газета» Архивная копия от 12 июль 2020 на Wayback Machine
- История одной из советских детских футбольных команд на турнир Кожаный мяч Архивная копия от 15 июль 2020 на Wayback Machine