Полунин Иван Александрович
Иван Александрович Полу́нин (1912 йылдың 25 авгусы, Подлуб, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1990 йылдың 2 июне, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Полунин Иван Александрович 1912 йылдың 25 авгусында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы, Подлуб ауылында тыуған[1].
1930—1939 йылдарҙа — республика ауыл хужалығы предприятиеларында төрлө вазифаларҙа һәм Өфө «Росглавхлеб» тресында эшләй. 1940 йылдың ғинуар — авгусынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша[1]. 1940—1941 йылдарҙа — Өфөлә «Речтрансторгпит» базаһы мөдире. 1941 йылдың июненән һуғыш аҙағына тиклем Ҡыҙыл Армияла. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1945 йылдың апреленән — 3-сө Белорус фронты 43-сө армияның 319-сы уҡсылар дивизияһы 1336-сы уҡсылар ротаһының 8-се взводы командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант[2]. 1945 йылдың 9 апрелендә Көнсығыш пруссияның баш ҡалаһы Кенигсберг (хәҙерге Калининград) өсөн алышта беренселәрҙән булып Маринберг фортына үтеп инә, рота командирын алмаштыра, яугирҙарҙы штык һуғышына күтәрә һәм шәхсән граната менән пушканы шартлата, дошмандың 30-ҙан ашыу һалдаты һәм офицерын әсирлеккә ала. Ошо ҡаһарманлығы өсөн уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү Парадында ҡатнаша[2].
Демобилизациянан һуң Өфөнөң 5-се икмәк заводында эшләй, Икмәк бешереүселәр сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, Аҙыҡ-түлек сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, Башҡорт АССР-ы Социаль тәьминәт министрлығының кадрҙар буйынса өлкән инспекторы була һәм башҡа урындарҙа хеҙмәт һала.
1990 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[1]. Көньяҡ зыяратта ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (19.04.1945)
- Ленин ордены (19.04.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- III дәрәжә Дан ордены ;
- ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы;
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Полунин Иван Александровичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының Подлуб ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Полунин Иван Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Полунин Иван Александрович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Полунин Иван Александрович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Полунин Иван Александрович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026).
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Полунин Иван Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Полунин Иван Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Полунин Иван Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026).
- Республиканский музей Боевой Славы: Полунин Иван Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026).