СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1937)
СССР-ҙа 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыу (рус. Перепись населения СССР (1937)) 1937 йылдың 6 ғинуарында үткәрелә. Был халыҡ иҫәбен алыу СССР һәм Рәсәй тарихында берҙән-бер бер көнлөк иҫәп алыу була (1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу формаль рәүештә генә була).
Уның яҡынса һөҙөмтәләре буйынса СССР халҡы 162 млн кеше тәшкил итә (дөрөҫөрәк мәғлүмәттәр буйынса, 163,8 — 164,5 млн кеше). Ул бик ҡатмарлы шарттарҙа үткәрелә һәм, бер көндә үткәрелгәнлектән, халыҡ тулы иҫәпләнмәй (А. Г. Волков иҫәпләүҙәре буйынса — яҡынса 700 мең кеше). Һөҙөмтәлә халыҡ иҫәбен алыу «зыянлы» тип иғлан ителә, уның һөҙөмтәләре йәшерелә, ә уны үткәреүселәр репрессиялана[1][2].
Архивтарҙа һаҡланған халыҡ иҫәбен алыуҙың төп һөҙөмтәләре 1990 йылда баҫылып сыға.
Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләү һәм үткәреү
1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыу бер көнлөк булғанлыҡтан, уны үткәреү өсөн 1250 мең иҫәпсе йәлеп ителә. Үҙәк халыҡ-хужалыҡ иҫәбе идаралығы (ЦУНХУ) һәр иҫәп алыу битен иҫәпләүсе күрһәтмәһе менән тәьмин итә. Уның буйынса, 5 ғинуарҙан 6 ғинуарға ҡараған төндә, йәғни халыҡ иҫәбен алыуҙың иң мөһим көнөндә, йәшәгән урынында йоҡламағандарҙы юйырға талап ителгән. Талап бер көнлөк халыҡ иҫәбен алыу үҙенсәлектәренә бәйле була. Ул төндә өйҙә булмағандар икенсе урында теркәлер, тип иҫәпләнә, әммә был ғәмәлдә һәр ваҡыт үтәлмәй һәм халыҡ иҫәбе буйынса ҡайһы бер юғалтыуҙарға килтерә.
Халыҡ иҫәбен алыу программаһы 14 пунктты үҙ эсенә ала: енес, йәш, милләт, туған тел, дин (дин тураһында һорауҙы халыҡ иҫәбен алыу битендә шәхсән Сталин индерә), гражданлыҡ, грамоталылыҡ, уҡыу йортоноң исеме, класс йәки курс, юғары йәки урта мәктәпте тамамлағанмы-юҡмы, шөғөл төрө, эш урыны, социаль төркөмө, никахтағы хәле. Социаль хәл категориялары ябайлаштырыла һәм йәмғиәттең берҙәмлеген һәм социаль бүленештең юҡҡа сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн эшләнә[3].
Алынған яҡынса һөҙөмтәләр халыҡ һанын теркәү буйынса алдан баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәрҙән ныҡ айырыла. Ошоға бәйле 1937 йылдың 16 ғинуарында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡушыуы буйынса Я. А. Яковлев етәкселегендәге «Халыҡ иҫәбен алыу буйынса Үҙәк Советы эшенә ярҙам итеү һәм тикшереү» буйынса төркөм ойошторола. Ул етешһеҙлектәрҙе асыҡлай (айырым тикшеренеүселәр уның эш һөҙөмтәһен алдан уйланылған тип билдәләй).
Иҫәп алыуҙы ойоштороуҙа уның даталарын бер нисә тапҡыр кисектереү, шулай уҡ СССР-ҙың юғары етәкселегенең халыҡ иҫәбен алыуҙы әҙерләүгә ҡыҫылыуы арҡаһында килеп тыуған башҡа хаталар өсөн дә (уны ойоштороусыларҙың ҡайһы берҙәренең хәтирәләре буйынса, иҫәп алыу формаһы шәхсән И. В. Сталин тарафынан төҙәтелгән[4]), уны үткәреүсе яуаплы кешеләр ғәйепле тип табылған.
Был ваҡиғалар 1937 йылдағы күпләп репрессиялар башланыуға тап килә.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре
1937 йылдың 24 ғинуарында И. А. Краваль Я. В. Сталинға һәм В. М. Молотовҡа халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге билдәле һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итә: НКВД һәм СССР Оборона халыҡ комиссариаты иҫәпләгән халыҡ иҫәбен алмайынса (йәғни НКВД һәм армияның махсус контингентыһыҙ), поезд һәм пароходтарҙағы пассажирҙарһыҙ — 156 миллион кеше.
Ил етәкселегенә 1937 йылдың 6 ғинуарындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, РККА һәм НКВД контингенттарын да индереп, халыҡтың дөйөм һаны 162 003 225 кеше тәшкил итә, тип хәбәр ителә. 1926 йыл менән сағыштырғанда халыҡ һаны 15 миллион кешегә арта, йәғни 10,2 процентҡа, йәғни йылына уртаса 1 процентҡа. Был мәғлүмәттәр беҙҙең илдә халыҡ һанының артыуы алдынғы капиталистик илдәр халҡының тәбиғи үҫеш темпынан күпкә юғары булыуын күрһәтә. Мәҫәлән, Англияла 1927 йылдан алып 1935 йылға тиклем 9 йыл эсендә уртаса 0,36 %, Германияла — 0,58 %.
Һуңыраҡ СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы 23 сентябрҙәге ҡарарында халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуҙы ҡәнәғәтләнерлек түгел, ә иҫәп алыу материалдарын хаталы тип таный. Яңы халыҡ иҫәбен алыу 1939 йылдың ғинуарына тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта 1937 йылғы һораулама үҙгәртелә: милләткә ҡарау мәсьәләһе күпкә ябайлаштырыла, грамоталылыҡ мәсьәләһе грамоталы кешеләрҙең максималь һанын алырлыҡ итеп формулировкалана, ә дин мәсьәләһе бөтөнләй алып ташлана[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Волков А. Г. Перепись населения 1937 года: вымыслы и правда // Экспресс-информация. Серия «История статистики». Выпуск 3—5 (часть II). — М., 1990. — C. 6—63
- ↑ Блюм А., Меспуле М. Бюрократическая анархия: статистика и власть при Сталине. Пер. с фр. — М.: РОССПЭН, 2006
- ↑ 1 2 Медушевский А. Н. Сталинизм как модель //Вестник Европы, 2011, т. XXX. С. 147—168(недоступная ссылка)
- ↑ Перепись населения 1937 года: вымыслы и правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2007. Архивировано 10 май 2012 года.
Әҙәбиәт
- Цаплин В. В. «Статистика жертв сталинизма в 30-е годы» // «Вопросы истории». 1989. — № 4. — C. 175—181
- Ю. А. Поляков, В. Б. Жиромская, И. Н. Киселев: «Полвека молчания (Всесоюзная перепись населения 1937 г.)». «Социологические исследования». 1990. — № 6. — С. 3-25.
- Лившиц Ф. Д. «Перепись с особым местом в истории (Перепись населения 1937 года)». «Демографические процессы в СССР». М., «Наука», 1990. — С. 174—203
- Волков А. Г. «Перепись населения 1937 года: вымыслы и правда» // «Перепись населения СССР 1937 года. История и материалы». /Экспресс-информация. Серия «История статистики». Выпуск 3-5 (часть II). — М., 1990. — C. 6-63
- Андреев Е. М., Дарский Л. Е. и Харькова Т. Л. «По следам перечеркнутой переписи» // «Население Советского Союза. 1922—1991». — М.: «Наука». 1993. — С. 23-29.
- Жиромская В. Б. Религиозность народа в 1937 году: (По материалам Всесоюзной переписи населения) // Исторический вестник. 2000. — Вып. 1 (5). — С. 105—114
- Леонид Юдин: «По итогам переписи 37 года был выдан ордер на „арест“». «Новый век», 15.12.2001 г.
- Поляков Ю., Жиромская В., Араловец Н. «„Демографическое эхо“ войны» // «Война и общество, 1941—1945», книга вторая. — М.: «Наука», 2004. — С. 232—264
