Секерин Алексей Борисович
Секерин Алексей Борисович (5 октябрь 1955 йыл — 1 май 2008 йыл) — математик- ғалим. 1997—2008 йылдарҙа Орёл дәүләт университеты уҡытыусыһы, алгебра һәм иҡтисади математик ысулдар кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999).
Биографияһы
Алексей Борисович Секерин 1955 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Дыуан районы Дыуан ауылында тыуған[2].
1973 йылда Өфө ҡалаһының 27-се урта мәктәбенән һуң Башҡорт дәүләт университетының[3] математика факультетына уҡырға инә. Ленин стипендиаты була, вузды ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Юғары һөнәри белем алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Математика институтында ғилми хеҙмәткәр булып башлай, 1986 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр.
1983 йылда плюрисубгармоник функцияларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә кандидатлыҡ, 1994 йылда, «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, Т«еория плюрисубгармонических функций в преобразованиях Радона» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1995 йылдан Өфөләге Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты уҡытыусыһы.
1997 йылдан Орёл дәүләт университеты уҡытыусыһы, алгебра һәм иҡтисади математик ысулдар кафедраһы мөдире.
Ғалим 2008 йылдың 1 майында Орёл ҡалаһында көтмәгәндә вафат була.