Сөләймәнов Исмәғил Ғәҙи улы

Сөләймәнов Исмәғил Ғәҙи улы (рус. Сулейманов Исмагил Гадиевич; 8 август 1904 йыл — 21 октябрь 1973 йыл) — биолог-ғалим, үҫемлектәр физиологы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1973 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1973 йылдарҙа үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1966). 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы

Исмәғил Ғәҙи улы Сөләймәнов 1904 йылдың 8 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[1] Иҫке Бәшир ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

1918 йылда Ихсанда мәктәптә уҡый, артабан ауылда төрлө эштәрҙә йөрөгәндән һуң, 1925 йылда — ете йыллыҡ мәктәпте, 1930 йылда Өфө ауыл хужалығы техникумын тамамлай[3].

1930—1931 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, педагогия техникумында биология һәм хәрби әҙерлек дуйынса уҡыта[3].

1932—1938 йылдарҙа Ҡазан университетының биология факультетында укый, үҫемлектәр физиологияһы кафедраһында ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә[2].

Юғары һөнәри белем алғандан һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтында һәм өлкәндәр мәктәбендә химия уҡыта.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡыҙыл Армияға алына: уҡсылар дивизияһында артиллерист, артиллерия полкында взвод командиры, уҡсылар полкында, артабан артиллерия гаубица полкында батареяһы командиры була[4].

Карел муйынындағы һуғышта, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә, Эстония, Латвия, Польша һәм Германия биләмәләрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана, ике тапҡыр контузия ала. 1945 йылдың сентябрендә капитан званиеһында демобилизациялана[4].

1945 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Ҡазан университетында эшләй, үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы ассистенты, 1951 йылдан физиология һәм микробиология кафедраһы доценты була. 1964 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1967 йылдан — профессор. 1971—1973 йылдарҙа — үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире[2].

Ғалим 1973 йылдың 21 октябрендә вафат була[2], Ҡазан ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[5] (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
• 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)[6] (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[7]
• «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
• Юғары белем биреү отличнигы

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
  2. ↑ 1 2 3 4 Галиуллина М. Д. Заслуги Исмагила Гадиевича Сулейманова. Казанский федеральный университет. Официальный сайт. 11 июня 2020 года  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
  3. ↑ 1 2 Вахитовский район. Научный полк. Профессор Сулейманов И. Г. Региональная общественная организация ветеранов (пенсионеров) Республики Татарстан. 28 октября 2024 года  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
  4. ↑ 1 2 Казанские физиологи растений в годы Великой Отечественной войны: Исмагил Гадиевич Сулейманов, 12.05.2022. Сайт Музеи Казанского (Приволжского) федерального университета  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
  5. ↑ Сулейманов Исмаил Гадиевич. Орден Отечественной войны I степени. Наградной документ. Информационная система «Память народа»
  6. ↑ Сулейманов Исмаил Гадиевич. Орден Отечественной войны II степени. Наградной документ. Информационная система «Память народа»
  7. ↑ Сулейманов Исмаил Гадиевич. Орден Красной Звезды. Наградной документ. Информационная система «Память народа»  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)