Толокнов Борис Андреевич

Борис Андреевич Толокно́в (1922 йылдың 8 июне, Бәләбәй районы1945 йылдың 2 феврале, Германия) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет хәрби хеҙмәткәре, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң)[1].

Биографияһы

1922 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы 1-се Михайловка ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Мәктәптең 10 класын тамамлаған.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1941 йылда Төмән хәрби пехота (рус.)баш. училищеһын тамамлай.

1941 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, 3-сө һәм 4-се Украин, 1-се Белорус фронттарында һуғыша.

1-се Белоруссия фронты 5-се һөжүм итеүсе армияһының 248-се уҡсылар дивизияһы 899-сы уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры капитан Борис Толокнов Грос-Нойендорф (Германия) районында Одер йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 2 февралендә һуғышта һәләк була[2][3]. Гроссман-Нойендорф (Германия) ауылында ерләнгән[4].

Батырлығы

«Толокнов Борис Андреевич ротаһы көнбайыш ярҙа плацдармды (рус.)баш. яулап ала, дошман тылына үтеп, ут нөктәһен баҫтыра, полктың башҡа подразделениеларына йылғаны уңышлы кисеүҙе тәьмин итә.

Ҡамауға эләгеүенә ҡарамаҫтан, ҡыйыу офицер плацдармды тотоуын дауам итә. Алыштың киҫкен мәлендә, һуғыш припастары бөткәс, капитан Толокнов артиллерия утын үҙенә йүнәлттерә. 1945 йылдың 2 февралендә һуғышта һәләк була»[5].

1945 йылдың 31 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Толокнов Борис Андреевичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы (31.05.1945, үлгәндән һуң);
  • Ленин ордены (31.05.1945, үлгәндән һуң); [6]
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31.05.1945, үлгәндән һуң); [6]
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.01.1944); [6]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (07.05.1944). [6]

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Борис Андреевич Толокновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль (рус.)баш. районы Бәләбәй ҡалаһының 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[7][8];
  • Бәләбәй ҡалаһының Геройҙар аллеяһында Толокновҡа бюст ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Толокнов Борис Андреевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  2. Министерство обороны Российской Федерации. Информация из документов, уточняющих потери. Обобщенный банк данных «Мемориал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  3. Министерство обороны Российской Федерации. Информация из приказа об исключении из списков. Обобщенный банк данных «Мемориал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Министерство обороны Российской Федерации. Информация из списков захоронения. Обобщенный банк данных «Мемориал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Толокнов Борис Андреевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  6. 1 2 3 4 5 Толокнов Борис Андреевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  7. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
  8. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Лицом на запад. Уфа, 1972. / стр.194—202;  (рус.)
  • Славные сыны Башкирии. Уфа, 1968, кн.3. / стр.7—13.  (рус.)