Трушков Илья Фёдорович

Биографияһы

1925 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Яңы Троиц (1986 йылда бөткән) ауылы урыҫ крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған[1].

7 класты тамамлаған. Стәрлетамаҡ спирт комбинатында слесарь булып эшләй. 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1944 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында Урал хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1944 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

1944 йылдың июненән 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. 1945 йылда өлкән лейтенант, 1-се Белоруссия фронты 2-се гвардия танк армияһы 1-се механизацияланған корпусы 19-сы механизацияланған бригадаһының пулемёт взводы командиры була.

1945 йылдың 22 апрелендә взводы менән дошмандың тылына үтеп инә, һәм дошмандың ут позицияларын мөһим, өҫтәмә көстәр килгәнгә тиклем тотоп тора. 11 сәғәт һуғыш эсендә дошмандың 9 атакаһын кире ҡаға, 90-ға яҡын гитлерсыны, 5 пулемётты, 9 автомашинаны юҡ итә.

1945 йылдың 26 апрелендә үҙенең взводы менән беренселәрҙән булып Шпрее йылғаһын һуғышып аша сыға. Плацдармды баҫып алып, пулемёт уты менән гитлерсыларҙың 6 һөжүмен кире ҡаға, 40-тан ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Берлиндың урам һуғыштарында ҡатнаша.

«Советтар Союзы Геройы» исемен Берлиндағы һуңғы һуғыш өсөн ала. Бойороҡҡа ярашлы, мөһим стратегик саттағы биш ҡатлы йортты биләү өсөн, үҙенең взводы менән ер аҫты коммуникациялары аша үтә һәм тиҙ арала йортто биләй. Бынан һуң 3 көн дауамында немецтар был йортҡа һөжүм итә. Немецтарҙың туранан-тура артиллерия менән атыуы арҡаһында йорт бөтөнләй тиерлек емерелә. Стеналағы тишек аша немецтар бинаға үтеп инә, ҡул һуғышы башлана. Уң яурынына ауыр яра алғандан һуң һул ҡулы менән ата. Өҫтәмә көстәр килеп етеүгә немецтарҙан йортто һуғышып алған взводтың 28 яугиренән яртыһы ҡала, 11 яугир ҡаты яралана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указы менән батарея менән оҫта етәкселек иткәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өлкән лейтенант И. Ф. Трушковҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5852) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

undefined

Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1953 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын, 1962 йылда «Выстрел» курстарын тамамлай. 1976 йылдан полковник дәрәжәһендә запаста, һуңынан отставкаға китә.

Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1993 йылдың 4 ғинуарында вафат булған. Кончалов зыяратында ерләнгән[1].

Ғаиләһе

  • Улы — Трушков Виталий Ильич (17 июль 1949 йыл — 10 август 2016 йыл), атаһының ҡәбере янында ерләнә.
  • Ейәне — Трушков Александр Витальевич (1971), Обнинск ҡала йыйылышы депутаты, «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан Калуга өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы депутаты, «Винагроснаб» компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Илья Фёдорович Трушков исеме Стәрлетамаҡ районының Яңы Фёдоровка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[2][3];
  • Трушков Илья Федорович исеме менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Көнбайыш» микрорайонындағы урам аталған
  • Обнинск ҡалаһының Аксенов урамындағы 1977 йылдан алып 1993 йылға тиклем йәшәгән 7-се һанлы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Трушков Илья Фёдорович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
  2. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. (рус.)
  3. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. (рус.)
  4. Мемориальная доска Илье Трушкову на сайте «АЙК Обнинск».

Әҙәбиәт

  • Трушков Илья Фёдорович // Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: Книга 3 / Сост. А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 263—266.
  • Трушков Илья Фёдорович // Герои Советского Союза: краткий биографический словарь: В 2 тт. / Ред. И. Н. Шкадов. — Т. 2: Любов — Ящук . — М.: Воениздат, 1988. — С. 605.
  • Трушков Илья Фёдорович // Подвиги их — бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2000. — С. 301.