Фәйзуллин Илдар Фәрит улы
Фәйзуллин Илдар Фәрит улы (рус. Файзуллин Ильдар Фаритович; 16 июнь 1956 йыл) — педагог, журналист, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, тренер, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2013).
Биографияһы
Илдар Фәрит улы Фәйзуллин 1956 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының[1] Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: 1981 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын, 2004 йылда Урал дәүләт физик культура академияһының Өфө филиалын тамамлаған[2].
Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәтен СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Салауат районының Малаяҙ ауылында урындағы радио тапшырыуҙары редакцияһының хәбәрсеһе булып башлай.
1983 йылдан ошо райондың Урмантау урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
1985 йылдан Омск өлкәһенең «Восход» район гәзите хәбәрсеһе.
1988 йылдан Салауат районының «Ленинское знамя» — «Ленин байрағы» гәзитенең яуаплы секретарь урынбаҫары.
1991 йылдан Профсоюздарҙың Бөтә Союз ирекле физик культура-спорт йәмғиәтенең Салауат район советы рәйесе.
1993 йылдан «На земле Салавата» район гәзите хәбәрсеһе, 1998 йылдан — ошо баҫма редакцияһының ауыл хужалығы бүлеге мөдире.
1999 йылдан Салауат район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. 2003 йылдан — хакимиәттең халыҡ һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы.
2005 йылдан Малаяҙ почтамты начальнигы.
2006—2018 йылдарҙа Салауат район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Шайбалы хоккей буйынса Салауат районы йыйылма командаһын ойоштороусы һәм 1989 йылдан уның тренеры.
• Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының район советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2013)
• Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (2004)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2024)
Һылтанмалар
• Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2024)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |