Ханнанов Рәсих Нурғәле улы
Ханнанов Рәсих Нурғәле улы (рус. Ханнанов Расих Нургалеевич; 28 октябрь 1931 йыл — 28 сентябрь 2020 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1979 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан — КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының[3] Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған[4].
Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә урта белем алғандан һуң, 1949—1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда киномеханик булып эшләй[5].
1951—1956 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була[5].
1956—1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый[6].
1957 йылдан матбуғат өлкәһендә хеҙмәт һала: башта «Хеҙмәткә дан» район гәзитендә, ә 1962 йылдан «Кызыл таң» республика гәзитендә эшләй. Был баҫмала әҙәби хеҙмәткәр, үҙ хәбәрсе, 1971 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа мөхәррир була[4].
1964—1969 йылдарҙа ситтән тороп КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетында уҡый[5].
2020 йылдың 28 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[7].
Ижады
Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай[5]. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.
Ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә[5].
Әҙип алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин, Тәлғәт Шәрипов, Айрат Ҡобағошов, Салауат Низаметдинов, Абрар Ғабдрахманов, Мәсғүт Имашев, Әкрәм Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итә. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.
Китаптары
- Йәшлек ҡанаттары. Очерктар. Өфө, 1970, 110 бит.
- Диңгеҙ ҡарлуғасы. Хикәйәләр һәм нәҫерҙәр. Өфө, 1973, 119 бит.
- Ҡыр ҡаҙҙары киткәндә. Хикәйәләр, парсалар. Өфө, 1975, 120 бит.
тулы исемлек
- Әйтем юҡҡа әйтелмәҫ. Хикәйәләр. Өфө, 1978, 40 бит.
- Көтөгөҙ мине, тирәктәрем. Повесть. Өфө, 1980, 80 бит.
- Күңел нуры. Нәҫерҙәр. Ҡыҫҡа хикәйәләр, парсалар. Өфө, 1982, 190 бит.
- Ҡатынға бүләк. Хикәйәләр. Өфө, 1985, 162 бит.
- Юл буйында күк сәскә. Повесть. Өфө, 1986, 191 бит.
- Океандың аръяғында (1993)
- Тамуҡ ҡаҙаны (2001)
- Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш (2002)
- Утлы күкрәү (2006)
- Йөрәк аша үткән һуҡмаҡтар. Өфө, 2010
- Кемгә ышанырға (2014)
- Салауат ялҡыны: шиғырҙар, пьеса, драма. Өфө, 2017.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1994)
- Әнғәм Атнабаев исемендәге премия (2005)
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы ХАННАНОВ Рәсих Нурғәле улы (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2024)
- ↑ 1 2 3 4 5 Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2024)
- ↑ Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2024)
- ↑ Өфөлә танылған шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов донъя ҡуйҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 28 сентябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2020)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы ХАННАНОВ Рәсих Нурғәле улы (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2024)