Хрунов Евгений Васильевич
Евге́ний Васи́льевич Хруно́в (10 сентябрь 1933 йыл — 19 май 2000 йыл) — 15-се СССР лётчик-космонавы, СССР Хәрби-Һауа Көстәре полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1969).
Биографияһы
1933 йылдың 10 сентябрендә Тула өлкәһе Воловский районы Пруды ауылында ҙур крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Тула өлкәһендәге Непрядва ауылында үтә[1].
Һигеҙ йәшенән осоусы булырға хыялланған. Ауыл мәктәбендә урта белем алғандан һуң, тракторҙар һәм автомобилдәр «механигы» һөнәре буйынса В. И. Ленин исемендәге Иваньков ауыл хужалығын механизациялау техникумын тамамлай.
1952 йылда армияға саҡырыла һәм хәрби авиация мәктәбенә алына. 1960 йылдың 18 апреленән 1 июненә тиклем А. К. Серов исемендәге Батай хәрби авиация осоусылар училищеһын 1956 йылда тамамлағандан һуң, 48-се һауа армияһы 119-сы истребитель авиация дивизияһының 86-сы гвардия истребитель авиация полкына хеҙмәткә ебәрелә. 1959 йылда уның менән бер звенола булған Виктор Васильевич Горбатко менән бергә медицина комиссияһын уңышлы үтә һәм 26266-сы ғәскәри часына — буласаҡ Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү Үҙәге составына алына.
1964 йылда кешенең асыҡ космосҡа тәүге сығыуын күҙ уңында тотҡан «Сығыу» программаһы буйынса әҙерлек башлай. Алексей Леоновтың дублёры була.
1967 йылдың 24 апрелендә элек йыһанға элек осоролған «Союз-1» карабы менән тоташыу һәм «Союз-2» экипажының икенсе ағзаһы (Елисеев Алексей Станиславович) менән бергә «Союз-1» карабында ергә ҡайтыу маҡсатында күсеү өсөн старт алырға тейеш булған «Союз-2» карабы экипажы ағзаһы була. Шуның менән бер типтағы «Союз-1» карабында асыҡланған кәмселектәр арҡаһында (уның осошо космонавт Комаровтың һәләк булыуы менән тамамлана) «Союз-2» старты туҡтатыла, был уның экипажы ағзаларының ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
1969 йылдың 15 ғинуарында Борис Валентинович Волынов һәм Алексей Станиславович Елисеев менән бергә ул Союз-5 карабында орбитаға сыға. Икенсе көндө космонавтика тарихында тәүге тапҡыр орбитала ике карап тоташтырыла. Союз-4 һәм Союз-5 караптары тоташҡандан һуң, Хрунов Һәм Елисеев скафандр кейеп, асыҡ космосҡа сыға; 37 минуттан Һуң Союз-4 карабында уларҙы Владимир Шаталов ҡаршы ала. Был ваҡыт эсендә улар бер нисә эксперимент үткәрә һәм станцияны фотоға төшөрә[2]
Хрунов асыҡ космоста булған совет космонавттары араһында икенсе була. Дуҫтары шаяртып уны беренсе йыһан почтальоны тип атай. Ул Ерҙән үҙҙәренән бер тәүлек алда осҡан Союз-4 карабы командиры Владимир Александрович Шаталовҡа хат алып килә, Ул Союз-5 экипажынан бер тәүлеккә алдараҡ старт ала. Асыҡ космос аша караптан карапҡа был күсеү әлегә тиклем берҙән-бер булып ҡала.
17 ғинуарҙа космонавтар Ергә әйләнеп ҡайта. Космоста 1 тәүлек 23 сәғәт 46 минут дауамында эшләй.
- Статистика[3]
| # | Старт карабы | UTC | Экспедиция | Төшөү карабы | Ергә төшөү, UTC | Налёт | Асыҡ космосҡа сығыуҙары | Асыҡ космоста үткән ваҡыт |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Союз-5 | 15.01.1969, 07:04 | Союз-5, Союз-4 | Союз-4 | 17.01.1969, 06:50 | 01 тәүлек 23 сәғәт 45 минут | 1 | 00 сәғәт 37 минут |
| 01 тәүлек 23 сәғәт 45 минут | 1 | 00 сәғәт 37 минут | ||||||
«Уның тикшеренеү һәләте, анализлауға, дөйөмләштереүгә ынтылышы бар, — Евгений Хрунов осошонан һуң уның тураһында Алексей Леонов әйткән. — Бынан тыш, ул ябай һәм бик ҡыҙыҡһыныусан кеше… Ул үҙе өсөн барыһын да ентекләп асыҡламай тороп башлағанын ташламай. Мин уның теория һәм практика менән дә берҙәй үк ҡәнәғәтлек менән шөғөлләнеүсе техник яҡтан өлгөргән инженер булыуына инандым».
1966—1969 йылдарҙа1966-1969 йылдарҙа Союз 7К-Л1|Л1/«Зонд» айҙы уратып осоу һәм Айға Л3 карабын ултыртыу совет программалары буйынса әҙерләнгән совет космонавтары төркөмөнә инә.
Беренсе йыһан осошонан һәм ай программаларын туҡтатыуҙан һуң «Союз» тибындағы йыһан караптарында һәм «Салют» тибындағы орбиталь станцияларҙа йыһанға осоштарға әҙерләнеүен дауам итә.
Хәрби белем менән бер рәттән, шулай уҡ инженер белеме ала — 1968 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби — һауа инженер академияһын тамамлай. Ғинуарҙа проектын Гагарин һәм Титовты үҙ эсенә алған тыңлаусы-космонавтар төркөмө эшләгән «Бер урынлы һауа-космос ЛА орбиталь самолётының ориентация системалары» темаһына диплом яҡлай[4].
1971 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның темаһы — йыһан шарттарында кеше эшенең биомеханикаһы. Уның эҙләнеүҙәре өлкәһе — экстремаль шарттарҙа идара итеү системаларында «кеше звеноһының» ышаныслылығы. Карап менән идара итеү өсөн оптималь юлдар булдырыу, функцияларҙы кеше һәм автомат араһында рациональ бүлеү өсөн, — тип иҫәпләй Хрунов, — кешене, ҡабул итеү һәм мәғлүмәт үҙенсәлектәрен, уны яңынан кодлауҙы, ойоштороуҙы һәм ҡарар ҡабул итеүҙе танырға кәрәк".
1972 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. 1970-се йылдар аҙағында «Интеркосмос» программаһы буйынса йыһанға осоштарға әҙерлек үтә.
1980 йылда кубалы Хосе Армандо Лопес Фалькон менән бергә совет-куба осошо программаһы буйынса дублёр сифатында әҙерләнә, ә һуңынан Думитру Дорин Прунариу менән бергә төп экипаж командиры сифатында совет-румын осошона әҙерләнә башлай. 1980 йылдың декабрендә космонавтар отрядынан китә.
Космонавтар отрядынан сыҡҡандан һуң бер нисә эште алмаштыра. СССР оборона Министрлығының 30-сы Үҙәк фәнни-тикшеренеү институты (ЦНИИ) 1-се идаралығының 46-сы бүлеге 120-се лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 1983 йылдан 1989 йылға тиклем СССР-ҙың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының Баш техник идаралығында эшләй (идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы). 1989 йылда СССР Ҡораллы Көстәре сафынан полковник дәрәжәһендә бушатылғандан һуң, Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.
2000 йылдың 19 майында йөрәк өйәнәгенән вафат була. Мәскәүҙә Останкин зыяратында ерләнгән.
Хәрби званиелары
- Лейтенант (26.06.1956).
- Старший лейтенант (6.08.1958).
- Капитан (30.08.1960).
- Майор (22.03.1963).
- Подполковник (30.09.1965).
- Полковник (15.10.1969).
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1969 йылдың 22 ғинуары);
- Ленин ордены (1969 йылдың 22 ғинуары);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1961 йылдың 12 июне);
- Алексей Леонов миҙалы (Кемерово өлкәһе, 2015, үлгәндән һуң) — 1969 йылда асыҡ космосҡа сыҡҡаны өсөн[5];
- СССР-ҙың ун бер юбилей миҙалы;
- «25 лет народной власти» миҙалы (Болгария, 1969);
- «20 лет Болгарской народной армии» миҙалы;
- К. Э. Циолковский исемендәге алтын миҙал;
- В. М. Комаров исемендәге почётлы диплом;
- де Лаво миҙалы (FAI);
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969);
- Тула, Калуга, Батайск, Байконур һ.б. ҡалаларҙың почётлы гражданы.[6]
Хәтер
Кинематографта
- 2017 — «Время первых» — Рәсәй. Евгений Хрунов ролендә — Новин Александр.
Китаптары
Евгений Хрунов Л. Хачатурьянц менән авторҙашлыҡта китаптар сығара: «Покорение невесомости» (унда ул космонавтикаға юлы, йыһан лётчигы һөнәре, «осоуҙың ауыр һәм хәүефле факторҙары», осоу бурыстарын әҙерләү һәм үтәү процесында тотонолған ҙур хеҙмәт һәм ихтыяр көсө тураһында һөйләй) һәм «Путь к Марсу» (Марсҡа экспедиция темаһына), «На астероиде» һәм «Здравствуй, Фобос!» фәнни-фантастик әҫәрҙәре. Шулай уҡ «На орбите вне корабля» китабы авторы. «Космос-впереди ясная цель» тигән хәтирәләр китабы бар.
Ғаиләһе
Атаһы — Василий Егорович Хрунов (1906—1948), тракторист, бригадир.
Әсәһе — Аграфена Николаевна Хрунова (Бакунова) (1908—1994), домохозяйка.
Ағаһы — Анатолий Васильевич Хрунов (1929).
Ҡустыһы — Владимир Васильевич Хрунов (1937—1994).
Ҡустыһы — Иван Васильевич Хрунов (1940—1984).
Һеңлеһе — Зинаида Васильевна Полтарыхина (Хрунова) (1942—2022)
Һеңлеһе — Нина Васильевна Хрунова (1944).
Ҡустыһы — Виктор Васильевич Хрунов (1946).
Ҡустыһы — Василий Васильевич Хрунов (1948)[7]
Шәхси тормошо
Ҡатыны — Светлана Анатольевна Хрунова (Соколюк) (1939—2017)
Иҫкәрмәләр
- ↑ В деревне Непрядва Тульской области откроется школьный музей имени космонавта Евгения Хрунова.
- ↑ Первая встреча на орбите
- ↑ Statistics - Khrunov Yevgeni Vasiliyevich (ингл.). spacefacts.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2018.
- ↑ Диплом Гагарина 2015 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған..
- ↑ Первые космонавты получили медали имени Алексея Леонова в Звездном городке
- ↑ Герой Советского Союза космонавт Хрунов
- ↑ О нашем земляке Евгении Хрунове
Әҙәбиәт
- И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.
Һылтанмалар
Хрунов Евгений Васильевич. «Герои страны» сайты.- Биография.
- Евгений Васильевич Хрунов.
- Сообщения ТАСС о полётах.
- Левон Хачатурьянц, Евгений Хрунов.
- Официальный сайт администрации г. Байконур. Почётные граждане города.
- Первая встреча на орбите
- О нашем земляке Евгении Хрунове
- Герой Советского Союза космонавт Хрунов