Леонов Алексей Архипович

Алексе́й Архи́пович Лео́нов (1934 йылдың 30 майы[1][2][…], Листвянка[d], Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР2019 йылдың 11 октябре[3][4][…], Басманный район[d], Мәскәү[5]) — 11-се СССР лётчик-космонавты, донъяның асыҡ космосҡа сыҡҡан беренсе кешеһе. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы[6] (1965, 1975), авиация генерал-майоры (1975), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981 йыл), «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы (2002—2019).

Биографияһы

1934 йылдың 30 майында Кемерово өлкәһе (хәҙер — Тисульский районы) Листвянка ауылында тыуған. Ғаиләлә һигеҙенсе бала була[7] Урыҫ[8]. Атаһы — Архип Алексеевич Леонов (1893—1981, Орёл губернаһында тыуған[9], Көнсығыш Донбасс шахталарында эшләгән, ветеринар һәм зоотехник һөнәренә эйә булған)[10]. 1937 йылда атаһы сәйәси золомға дусар ителә, ғаиләне йортонан яҙҙыралар, ә күршеләре "халыҡ дошманы"ның мөлкәтен талай[11]. Этап ваҡытында атаһын саҡ атып үлтермәйҙәр, 1936 йылдан 1938 йылға ул тиклем төрмәлә ултыра. Колхоз рәйесе менән ыҙғышҡаны өсөн судһыҙ һәм тикшереп тормайса ултырталар[12]. 1939 йылда аҡланғандан һуң, ғаиләһе менән Кемеровоға туғандары янына күсеп килә. Бында (16 м2) майҙан барак бүлмәһендә 11 кеше йәшәй. Әсәһе — Евдокия Минаевна (1895—1967).

Кемеровола 35-се, 37-се мәктәптәрҙә уҡый. 1947 йылда ғаилә Калининградҡа, аталарының яңы эш урынына, күсеп килә. 21-се урта мәктәпте[13] 1953 йылда тамамлай. Рәссам булып таныла, стенгазеталар биҙәй. Йәшәргә урын табырлыҡ аҡсаһы юҡлыҡтан, Рига художество академияһына инеү мөмкинлеге булмай.

1955 йылда Кременчугта осоусыларҙы башланғыс уҡытыуҙың 10-сы Хәрби авиация мәктәбен тамамлай, унда комсомол линияһы буйынса уҡырға инә.

1957 йылда Чугуев хәрби авиация осоусылар училищеһын (ЧВАУЛ) тамамлай һәм КПСС сафына алына. Киев хәрби округы 69-сы һауа армияһы 10-сы гвардия истребитель авиация дивизияһының 113-сө гвардия истребитель авиация полкына, ә 1959 йылда Германиялағы Совет ғәскәрҙәре Төркөмөнә, 24 — се һауа армияһының 294-се айырым разведка авиация полкына өлкән осоусы итеп ебәрелә.

Космонавтар отрядында

Файл:Leonovwalk.jpg
Алексей Леонов
асыҡ космоста

1960 йылда СССР космонавтар отрядына индерелә. 1963 йылда «Восток-5» йыһан карабын осошҡа әҙерләгәндә Быковский Валерий Фёдоровичтың дублёры була.

1965 йылдың 18-19 мартында Беляев Павел Иванович менән берлектә «Восход-2» карабында икенсе пилот сифатында йыһанға осош яһай. Осош барышында, йыһан карабына кире ингәндә ғәҙәттән тыш хәл — күпкән скафандр ҡамасаулаған шарттарҙа, кислород баҫымын кәметергә ҡарар итеп һәм миссияны уңышлы тамамлап, айырыуса батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Космонавтика тарихында беренсе тапҡыр асыҡ космосҡа сыға[14]:75.

Осошто уңышлы тормошҡа ашырғаны һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, подполковник Леонов Алексей Архиповичҡа 1965 йылдың 23 мартында, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1965-1969 йылдарҙа космонавтар төркөмөндә айҙы урап үтеү һәм айға ултырыу программалары буйынса әҙерлек эштәрендә ҡатнаша. Олег Григорьевич Макаров менән бергә 1967 йылда Айҙы урап осоу маҡсатында ойошторолған өс экипаждың беренсеһе составына инә. 1968 йылдың декабрь башында өс әҙерләнгән экипаж ағзалары КПСС Үҙәәк Комитеты Политбюроһы, алдағы пилотһыҙ осоштарҙың уңышһыҙлыҡтарына ҡарамаҫтан (АҠШ-та Айҙы пилотлы карапта урап осоу 1968 йылдың 21-27 декабренә планлаштырылған), шунда уҡ старт алырға рөхсәт һорап хат яҙа. Пилотлы осоу 1968 йылдың 9 декабренә билдәләнгән, әммә рөхсәт алынмай. 1969 йылда ике экипаж (Леонов экипажы ла) Айға төшөүгә әҙерләнеүен дауам итә, әммә Н-1 ракетаһын осороу һәм 1969 йылдың 21 июлендә «Аполлон-11» экипажының Айға уңышлы төшөү менән бәйле, ике уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, әҙерлек туҡтатыла[15][16].

undefined

1968 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһын (инженер факультеты) тамамлай.


1971 йылда Союз-11 төп экипажы командиры була (Валерий Николаевич Кубасов һәм Колодин Пётр Иванович менән) Старт иғлан ителер алдынан медицина комиссияһы Кубасовты ситләтә, экипаж алмаштырыла. Дублёрҙар — Добровольский Георгий Тимофеевич, Владислав Волков һәм Виктор Иванович Пацаев оса, әммә төшөрөлгән аппаратты ултыртыу ваҡытында һәләк була.

1975 йылдың 15-21 июлендә В. Н. Кубасов менән берлектә «ЭПАС» («Союз — Аполлон» программаһы) программаһы буйынса «Союз-19» йыһан карабы командиры сифатында оса. Осоу — 5 тәүлек 22 сәғәт 30 мин 51 с дауам итә. Ул саҡта тәүге тапҡыр ике төрлө илдең караптары тоташа.

Статистика[17]
# Старт карабы Старт, бөтә донъя координацияланған ваҡыт (UTC) Экспедиция Ултырыу карабы Ултырыу, UTC Налёт Асыҡ космосҡа сығыу Асыҡ космоста үткән ваҡыт
1 Восход-2 18.03.1965, 07:00 Восход-2 Восход-2 19.03.1965, 09:02 01 тәүлек 02 сәғәт 02 мин 1 00 сәғәт 16 мин[18]
2 Союз-19 15.07.1975, 12:20 Союз-19, Аполлон-21 Союз-19 21.07.1975, 10:50 05 тәүлек 22 сәғәт 30 мин 0 0
07 сут 00 ч 32 мин 1 00 ч 16 мин
undefined

Осошто уңышлы тормошҡа ашырғаны һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн авиация генерал-майоры А. А. Леонов 1975 йылдың 22 июлендә икенсе «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены менән бүләкләнә.

1970—1991 йылдарҙа — Космонавтар әҙерләү үҙәге начальнигы урынбаҫары. 1981 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы ҡарамағындағы адъюнктураны тамамлай. 1973 йылдан СССР Спорткомитеты ҡарамағындағы ГТО комплексы буйынса бөтә Союз советы рәйесе, СССР Милли олимпия командаһы (НОК), 1980 йылда Мәскәүҙә Олимпиаданы ойоштороу комитеты ағзаһы була. Техник фәндәр кандидаты. 4 уйлап табыу һәм 10-дан ашыу фәнни хеҙмәте бар.

Запаста

undefined

1991 йылда хаҡлы ялға сыға, Мәскәүҙә йәшәй. 1992 йылдың мартынан запаста. 1992—1993 йылдарҙа — «Четек» йыһан программалары фирмаһы директоры. "Альфа-банк"ы директорҙар советы кәңәшсеһенең беренсе урынбаҫары, 2000-се йылдар башында — "Альфа-банк"тың вице-президенты. 2002 йылдың 18 декабренән «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, партияның Юғары советы составына ингән[19]. Рәссам булараҡ танылыу яулай (рәссам Андрей Константинович Соколов менән хеҙмәттәшлек итә), уның эштәре киң күрһәтелә һәм баҫыла[20].

1990 йылдан «Знамя Мира в Космосе» проекты етәксеһе була.

Вафаты һәм ерләү

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Леонов сирләй. В начале февраля 2019 йылдың февраль башында года ему сделали операцию на пальцах ноги из-за диабет сире сәбәпле, уның аяҡ бармаҡтарын операция эшләйҙәр, һәм шунан һуң ул даими рәүештә госпиталдарҙа дауалана.2019 йылдың 11 октябрендә 85 йәшендә[21] Мәскәүҙә, Н. Н. Бурденко исемендәге Баш хәрби клиник госпиталда вафат була[22].

15 октябрҙә Мытищи ҡалаһындағы Федераль хәрби мемориаль зыяратында хәрби хөрмәт менән ерләнә[23].

Почта конверттары һәм маркалары рәссамы

undefined

А. А. Леонов рәсем сәнғәте менән мауыға: «Мин күргән йыһан упҡыны картинаһы, үҙенең грандиозлығы, сикһеҙлеге, буяуҙарҙың сағыулығы һәм таҙа ҡараңғылыҡтағы йондоҙҙарҙың күҙҙе ҡамаштырырлыҡ балҡышы, ҡапма-ҡаршылыҡтарының киҫкенлеге мине хайран ҡалдырҙы һәм мауыҡтырҙы». 2017 йылда Третьяков галереяһына 2006 йылда ижад ителгән ике картинаһын бүләк итә — береһе йыһанға сығыуға арналған, икенсеһе «Йыһан пейзажы»[24][25]. 2000-се йылдар башында Кронштадтта изге Иоанн Кронштадтский Мемориаль музейын булдырыусы протоиерей Геннадий (Беловолов) Леоновҡа космонавтар өсөн икона яҙырға тәҡдим итә, һәм ул «Аполлон» һәм «Союз» караптарының тәре һымаҡ тоташҡан фонында Ғайса пәйғәмбәрҙең Әсәһен (Богородица) һүрәтләй[26][27].

1970-се йылдар башында рәссам-фантаст Соколов Андрей Константинович менән бергә Леонов йыһан темаһына бер нисә СССР почта маркаһы рәсемдәрен эшләй. 1967 йылдың мартында тандемдың филателияла дебюты була, рәссамдар Космонавтика көнөнә өс марканан торған серия ижад итә  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 3476-3478). Шул уҡ йылдың октябрендә Ғаләмде үҙләштереүгә бағышланған биш марканан торған «Йыһан фантастикаһы» тип аталған серия донъя күрә  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 3545-3549). Леонов-Соколов тандемының 6 маркаһынан торған киләһе серияһы 1972 йылдың сентябрендә йыһан эраһының 15 йыллығына сыға  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 4162-4167). Композиция яғынан был серия авторҙарҙың элекке эштәренә оҡшамаған. Һәр марканың художество ерлеге ике өлөшкә бүленә: уларҙың күбеһендә совет космонавтикаһының шул осорҙағы ҡаҙаныштары, икенсеһендә — йыһан дәүеренең киләсәге һүрәтләнә. Был серия маркалары «Совет фән һәм техникаһы» бүлегендә СССР-ҙың 1972 йылдағы иң яҡшы маркалары тип таныла[28][29]. Кешенең асыҡ космосҡа тәүге сығыуына 15 йыл тулыу айҡанлы, А. А. Леонов һүрәте һәм уның ҡултамғаһы факсимиле менән СССР почта блогы сығарыла (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 5064).

Шәхси тормошо

  • Ҡатыны — Светлана Павловна Леонова (1940 — 06.11.2021[30]) — Космонавтика әҙерләү үҙәгендә (ЦПК) редакция-нәшер редакторы, COVID-19 инфекцияһы өҙлөгөүенән вафат була[31].
    • Өлкән ҡыҙы — Виктория Алексеевна Леонова (21.04.1961 — 07.1996) — Диңгеҙ флоты министрлығы «Совфрахт» Баш идаралығында эшләй, гепатит сирен пневмония ыҙғарлауы сәбәпле вафат була[31].
    • Кесе ҡыҙы — Оксана Алексеевна Леонова (1967 йылда тыуған) — Сит ил телдәре хәрби институтын тамамлай, тәржемәсе булып эшләй[31], живёт с мужем в Лос-Анджелесе, работает в фирме, занимается видео и кинопрокатом[31][32].
    • Ейәндәре: Даниил һәм Карина[33].

Хәрби званиелары

Маҡтаулы исемдәре, премиялары һәм почётлы званиелары

СССР һәм Рәсәй Федерацияһының наградалары һәм почётлы званиелары
undefined
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (29 май 2019 йыл) — космосты үҙләштереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[34];
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (22 май 2014 йыл) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне, космосты үҙләштереүҙәге, гуманитар өлкәләге, законлылыҡты нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[35];
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2 март 2000 йыл) — ватан пилотлы космонавтикаһын үҫтереүҙә дәүләт алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн[36];
  • Дуҫлыҡ ордены (12 апрель 2011 йыл) — ватан пилотлы космонавтикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[37];
  • Космос өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Ю. А. Гагарин исемендәге Рәсәй Федеррацияһы Хөкүмәте Премияһы (2011) — ватан пилотлы космонавтикаһын үҫтереү, тәүге пилотлы осоштарҙы тормошҡа ашырыуҙа шәхсән ҡатнашыу, йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, ватан космонавтикаһы ҡаҙаныштарын популярлаштырыу өсөн;
  • ике Ленин ордены (23.03.1965, 22.07.1975);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1961);
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены (1975);
  • миҙалдар;
  • СССР лётчик-космонавты (1965 йыл);
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965 йыл);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (9 апрель 1996 йыл) — ватан космонавтикаһын үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн[38].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (1 июнь 2009 йыл) — ватан пилотлы космонавтикаһын булдырыуҙа һәм үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн, шулай уҡ тыуған көнөнә 75 йыл тулыу айҡанлы[39].
  • ВЛКСМ-дың почёт билдәһе
Йәмәғәт ойошмалары наградалары
  • Людвиг Нобель исемендәге премия (2007 йыл);
  • изге Бөйөк Константин ордены (Союз кавалеров золотого ордена св. Константина Великого);
  • «Алтын Йондоҙ» ордены (Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары фонды «Милләт потенциалы» халыҡ-ара форумының ойоштороу комитеты менән берлектә);
  • орден «Гордость России» (Благотворительный Фонд «Гордость Отечества», 2007 год);
  • «Рәсәй Даны» номинацияһында «Ватан даны өсөн» милли премияһы (Халыҡ-ара ижтимағи фәндәр академияһы һәм Халыҡ-ара меценатлыҡ академияһы, 2008 йыл);
  • II дәрәжә «Ватан даны өсөн» ордены (2008 йыл);
  • I дәрәжә Император һәм Изге Станислав Батша ордены (2014 год)[40].
Башҡа наградалар һәм званиелар
(2013 йыл)[46].

Хәтер

Леонов исеме менән аталғандар

[[Файл:Медаль Алексея Леонова.png|125px|thumb|«Алексей Леонов» миҙалы

  • Айҙың кире яғындағы Леонов кратеры.
  • (9533) Алексейлеонов астероиды.
  • Пермь, Калининград, Камышин, Кемерово, Кременчуг, Балаково, Обнинск, Пенза, Гатчин, Владикавказ, Жердевка, Чугуев ҡалаларында космонавт Леонов урамдары.
  • Калининградта үҙе тамамлаған 21-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
  • Смоленск өлкәһе Гагарин ҡалаһының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
  • Благовещенск ҡалаһының 16-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
  • Кемерово өлкәһе Тисуль ҡасабаһы А. А. Леонов исемендәге 14-се балалар художество мәктәбе[47].
  • Кемерово ҡалаһының Халыҡ-ара аэропорты[48].
  • Ҡазан федераль университеты планетарийы[49]Ҡалып:Значимость факта.
  • Королёв ҡалаһында Мәскәү дәүләт университеты (ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы лётчик-космонавт А. А. Леонов исемендәге Технология университеты)
  • 2014 йылдың 21 июлендә 82-се Законы менән төбәк наградаһы — Кемерово өлкәһенең

Алексей Леонов миҙалы булдырыла.

  • Артур Чарльз Кларктың «2010: Одиссея Два» фантастик романында һәм «Космическая одиссея 2010» тип аталған экранлаштырылыуында Алексей Леонов исеме менән совет планета-ара йыһан карабы.
  • 2012 йылдан Калининградта "Космонавт Леонов кубогы"на йыл һайын балалар елкән регатаһы үткәрелә[50].

Почта маркалары

Төрлө илдәрҙә сыҡҡан почта маркалары Леоновҡа бағышланған[51].

Һәйкәлдәр

  • Мәскәүҙә (Космонавтар Аллеяһы), Кемеровола һәм космонавтың тыуған ҡасабаһы Листвянкала (Тисульский районы) бронза бюстары ҡуйылған
  • Мәскәүҙә Алексей Леоновҡа мемориаль таҡта.
Файл:Портрет А.А. Леонов.JPG
А. А. Леонов портреты, Юрий Гагарин исемендәге Йыһанды буйһондороусылар паркы
  • А. А. Леоновтың барельеф-портреты 2021 йылдың 9 апрелендә асылған Юрий Гагарин исемендәге космосты яулаусылар паркына ҡуйылған

Фильмдар

  • Большое космическое путешествие — (нәфис фильм, 1974, камео). Фильм Леоновтың комментарийы менән тамамлана.
  • Петля Ориона — (нәфис фильм, 1980) — Валентин Селиванов менән авторлыҡта фильмға сенариф яҙған. Фильм башында ҡыҫҡа интервью.
  • Обратная сторона Луны (нәфис фильм, 2003). А. Леонов ролендә актёр Приселков Сергей Александрович.
  • Алексей Леонов. Космический пешеход (Les films de la Castagne, Les Docs du Nord, Screen-film, Франция — Рәсәй, режиссер В. Козлов, 2011).
  • «Космонавт» (2013, Испания — Латвия — Рәсәй), Леонов ролен актёр Олег Шапошников башҡара[52].
  • «Время первых» (2017 йыл). А. Леонов ролендә актёр Миронов Евгений Витальевич.
  • «Главный» 2015. А. Леонов ролендә актёр Фёдор Лавров.
  • «Космос внутри» (2022 йыл) — документаль фильм, режиссёр Натальи Цой. Картина нигеҙендә Леоновтың һуңғы интервьюһы, шулай уҡ космосты үҙләштереү тарихынан совет кинохроникаһы кадрҙары ята[53].

Музыка

  • Британ төркөмө «E.V.A.» Public Service Broadcasting[en] композицияһы (2015 йыл The Race for Space[en]) Алексей Леоновтың донъяла беренсе тапҡыр асыҡ космосҡа сығыуы тураһында бәйән итә[54][55].Был композицияның музыкаль клибы тулыһынса шул осорҙағы архив видеофрагменттарынан эшләнгән.
  • «Крематорий» совет һәм рәсәй рок-төркөмөнөң «Космос (Архип Архипыч)» йыры.

Библиография

  • Леонов А., Лебедев В. Восприятие пространства и времени в космосе. — М.: Наука, 1968. — 114 с.
  • Леонов А., Лебедев В. Психологические особенности деятельности космонавтов. — М.: Наука, 1971. — 255 с.
  • Леонов А., Лебедев В. Психологические проблемы Межпланетного полёта. — М.: Наука, 1975. — 248 с.
  • Леонов А. Выхожу в космос. — М.: Малыш, 1980.
  • Леонов А., Соколов А. Жизнь среди звёзд. — М.: Молодая гвардия, 1981.
  • Леонов А. Солнечный ветер. — 1977.
  • Леонов А. Земная и космическая живопись. — 2004.
  • Леонов А. / сост. О. Леонова. Время первых: Судьба моя — я сам…. — М.: АСТ, 2017. — 320 с. — 4000 экз.

Иҫкәрмәләр

  1. Леонов Алексей Архипович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Alexej Archipowitsch Leonow // Filmportal.de — 2005.
  3. http://en.roscosmos.ru/21012/
  4. Alexej Archipowitsch Leonow // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  5. https://www.france24.com/en/20191011-first-man-to-conduct-spacewalk-alexei-leonov-dies
  6. Леонов Алексей Архипович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 369. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  7. Новая эра: космоплавание («Восход-2»). Эпизоды космонавтики c. 1-4. Огонёк (1965, № 12). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2011. Архивировано из оригинала 17 ноябрь 2010 года.
  8. Биография А. А. Леонова на сайте «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2015. Архивировано 28 апрель 2012 года.
  9. http://60cosmonauts.mil.ru/ Архивная копия от 13 май 2021 на Wayback Machine официальная биография стр. 12
  10. Леонов А. А. Моя семья // Время первых: Судьба моя — я сам…. М.: АСТ, 2017. c. 12-13
  11. Алексей Леонов. В гостях у Дмитрия Гордона, ч.1. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2016. Архивировано 15 май 2021 года.
  12. Председатель колхоза накормил своего брата племенным жеребцом, которого вывел Архип Алексеевич Леонов: Леонов А. А. Арест отца // Время первых: Судьба моя — я сам…. М.: АСТ, 2017. c. 13-15
  13. Школа Архивная копия от 22 март 2019 на Wayback Machine размещена в помещениях бывшей Кёнигсбергской академии художеств
  14. Владимир Попов. К 50-летию первого в мире выхода человека в открытый космос. «Алмаз-2», выходи… // Авиапанорама. — М., 2015. — № 1. — С. 71—80. Архивировано 24 апрель 2019 года.
  15. Советские программы полётов к Луне. testpilot.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2019. Архивировано 6 июнь 2019 года.
  16. Первушин, 2019
  17. Statistics - Leonov Aleksei Arkhipovich (ингл.). spacefacts.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2018. Архивировано 8 ғинуар 2018 года.
  18. Указано время с момента открытия люка шлюзовой камеры до его закрытия. Продолжительность от момента выхода в открытый космос из шлюзовой камеры до входа в неё составила 12 мин 09 с.
  19. Высший совет Партии. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2018. Архивировано из оригинала 21 февраль 2018 года.
  20. Открытие выставки «Планета Вернадского» в Геологическом музее им. В. И. Вернадского Фото архив РИА новости Архивная копия от 27 октябрь 2013 на Wayback Machine
  21. Умер советский космонавт Алексей Леонов. РИА Новости (11 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2019. Архивировано 11 октябрь 2019 года.
  22. Умер космонавт Алексей Леонов. ТАСС (11 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2022. Архивировано 13 май 2022 года.
  23. Космонавта Алексея Леонова похоронили в Мытищах. РИА Новости (15 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2019. Архивировано 17 ғинуар 2021 года.
  24. Алексей Леонов подарил две свои картины Третьяковской галерее. Forbes.ru (11 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2024.
  25. Игамбердиев, Кирилл Космос своими глазами. N + 1 — главное издание о науке, технике и технологиях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2024.
  26. Федкевич, Даниил Правда ли, что космонавт Алексей Леонов написал икону? - Проверено.Медиа (билдәһеҙ). provereno.media (18 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2024.
  27. Три иконы космонавта Леонова: первую от него спрятали, вторая открывала двери и летала в космос, третью он написал сам - Православный журнал «Фома» (билдәһеҙ) (26 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2024.
  28. Тищенко, 1972
  29. Лучшие почтовые марки 1972 года, 1973
  30. Умерла вдова космонавта Леонова
  31. 1 2 3 4 .Алексей Архипович Леонов Архивная копия от 1 август 2019 на Wayback Machine Космическая энциклопедия
  32. Банкир из космоса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2019. Архивировано 30 июль 2019 года.
  33. Время первых. Судьбы и трагедии первых российских космонавтов, которые покорили космос, но не покорили жизнь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2019. Архивировано 30 июль 2019 года.
  34. Указ Президента Российской Федерации от 29 мая 2019 года № 240 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2019. Архивировано 5 июнь 2019 года.
  35. Указ Президента Российской Федерации от 22 мая 2014 года № 357 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2019. Архивировано 15 октябрь 2020 года.
  36. Указ Президента Российской Федерации от 2 марта 2000 года № 457 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2019. Архивировано 19 апрель 2021 года.
  37. Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2011 года № 434 «О награждении орденом Дружбы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2011. Архивировано 19 апрель 2011 года.
  38. Распоряжение Президента Российской Федерации от 9 апреля 1996 года № 174-рп «О поощрении ветеранов ракетно-космической отрасли, внёсших большой вклад в развитие отечественной космонавтики». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2019. Архивировано 6 октябрь 2019 года.
  39. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 1 июня 2009 года № 749-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Леонова А. А.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2022. Архивировано 14 октябрь 2022 года.
  40. Полномочный представитель Президента РФ в Крымском ФО О. Е. Белавенцев и прокурор Крыма Н. В. Поклонская сопричислены к императорским орденам. (23 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2014. Архивировано 13 август 2014 года.
  41. Панорама спортивного года 1975 / Сост. А. Н. Корольков. — М.: Физкультура и спорт, 1976. С. 133
  42. Владимир Максимович Михайлюк. Город белых берёз. — Пермское книжное издательство, 1982. — 157 с.
  43. У Нальчика 38 почётных граждан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2019. Архивировано 11 октябрь 2019 года.
  44. Именное оружие (сайт «Оружейникъ»)(недоступная ссылка)
  45. Состав РАХ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2013. Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  46. Названы лауреаты национальной премии «Человек года — 2013». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2013. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
  47. «Детская художественная школа № 14 имени А. А. Леонова». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  48. Аэропорт в Кемерово переименован в честь космонавта Леонова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2012. Архивировано 29 сентябрь 2014 года.
  49. 1 декабря 2016 года Планетарию КФУ присвоено имя А. А. Леонова. Архивная копия от 29 август 2019 на Wayback Machine. planetarium-kazan.ru. Официальный сайт планетария
  50. «На правильном пути»: как прошла IV детская регата «Кубок космонавта Леонова». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2017. Архивировано из оригинала 18 апрель 2017 года.
  51. ЛЕОНОВ Алексей Архипович на почтовых марках. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
  52. Ҡалып:Imdb
  53. Михаил Швыдкой - о том, почему фильм о космонавте Алексее Леонове "Космос внутри" - одно из важнейших событий программы VI фестиваля STARMUS. Российская газета (7 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2022. Архивировано 13 сентябрь 2022 года.
  54. British musical duo Public Service Broadcasting takes us on the race for space (ингл.). Public Radio International. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2019. Архивировано 12 октябрь 2019 года.
  55. Public Service Broadcasting — официальный канал. PUBLIC SERVICE BROADCASTING — E.V.A. (ингл.). YouTube. Believe Recordings (1 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2019. Архивировано 26 ғинуар 2020 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар