Титов Герман Степанович

Ге́рман Степа́нович Тито́в (11 сентябрь 1935 йыл — 20 сентябрь 2000 йыл[1], ) — совет космонавы, икенсе совет космонавы, оҙайлы (тәүлектән ашыу) йыһанға осош яһаған беренсе, донъяла йыһанға осош яһаған икенсе кеше. Ул — тарихта йыһанға осош яһаусылар араһында иң йәше.

Советтар Союзы Геройы (1961 йылдың 9 авгусы). Юрий Гагариндың алмашсыһы; хәрби фәндәр докторы.

Биографияһы

Герман Степанович Титов 1935 йылдың 11 сентябрендә Көнбайыш-Себер крайының Косихинский районы Үрге Жилино ауылында (хәҙер Алтай крайы) тыуған. Милләте — урыҫ[2]. Уның атаһы Титов Степан Павлович (1910—1993) рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була[3]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, С. П. Титов фронтта булған саҡта, уның ҡатыны Александра Михайловна (1913—2001) улдары Герман һәм ҡыҙҙары Земфира менән (исеме А. С. Пушкин әҫәрҙәре геройҙары хөрмәтенә бирелгән) ата-әсәләре менән Майское Утро коммунаһында йәшәй. Герман унда беренсенән өсөнсө класҡа тиклем уҡый, Полковниково ауылында ете йыллыҡ мәктәпте, Налобиха ауылында урта мәктәпте тамамлай[4].

1953 йылдың июлендә Г. С. Титов армияға хеҙмәткә саҡырыла. 1955 йылда 9-сы хәрби авиация осоусылар мәктәбен (Ҡостанай), ә 1957 йылда Сталинград пролетариаты исемендәге Сталинград хәрби авиация мәктәбен тамамлай (Новосибирск). Артабан Ленинград хәрби округында Хәрби-һауа көстәренең хәрби частары (26-сы гвардия авиация полкы, Су-7 самолеты, Гатчина, Сиверский (Ордынка) аэродромдарында хеҙмәт итә.

Космонавтар отрядында — 1960 йылдан. 1961 йылдың апрелендә донъяла беренсе тапҡыр йыһанға осоуға әҙерлек барышында Юрий Гагариндың дублёры була.

Осош

undefined

1961 йылдың 6 авгусынан 7 авгусына тиклем Герман Титов «Восток-2» йыһан карабында тарихта беренсе оҙайлы йыһан осош яһай. 1 тәүлек 1 сәғәт дауам итә һәм Ер шары тирәләй 17 әйләнеш яһап, 700 мең километрҙан ашыу осоп үтә. Осош ваҡытында ҡушаматы «Бөркөт» була. Төшөүсе аппарат Красный Кут ҡалаһы (Һарытау өлкәһе) янында ергә төшә[5].

Осоштың маҡсаты ауырлыҡһыҙлыҡтың кешегә йоғонтоһон, организмдың бындай шарттарҙа ашағанда һәм йоҡлағанда үҙ-үҙен тотоуын, шулай уҡ аппаратты ҡул менән идара итеүҙе, орбитанан фотоға төшөрөүҙе һәм Ер менән даими радиоэлемтәне тикшереү була. Артабан Титов мәғлүмәттәре буйынса космонавтар әҙерләү программаһына ярайһы уҡ төҙәтмәләр индерелә[5].

Осош мәлендә Герман Титовҡа 25 йәш һәм 330 көн була, ул орбиталь осош яһаған кешеләр араһында иң йәше була. 18 йәшлек космос турисы Оливер Даман 2021 йылдың 20 июлендә New Shepard корабле менән суборбиталь осош яһағанға тиклем беренсе булып ҡала килә[6].

СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 9 авгусындағы указы менән космосҡа осоуҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн майор Герман Степанович Титовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 11158) тапшырыла.

1961 йылда Титов КПСС сафына ҡабул ителә. Осош мәлендә КПСС-ҡа кандидат була, әммә йыһанда үткәргән ваҡыты Н. С. Хрущев ҡарары буйынса тиҙләтелгән тәртиптә кандидатлыҡ стажына индерелә. Ул ваҡытта ғәмәлдә булған (1961 йыл) КПСС Уставы положениеһы буйынса, кандидатлыҡ стажы бөтәһе өсөн дә бер йыл мөҙҙәткә билдәләнә. 1961 йылдың 7 авгусында «Известия» гәзитендә баҫылған Н. С. Хрущев менән Г. С. Титовтың телефон аша һөйләшеү стенограммаһына ярашлы КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары былай тип белдерә: «…Кандидатлыҡ стажығыҙҙы тамамланған, тип иҫәпләгеҙ. Сөнки һеҙҙең йыһанда булған һәр минутығыҙ йылдар менән иҫәпләнә ала. Һеҙ партияла ағзалыҡҡа кандидатлыҡ стажын үтәнегеҙ…»[7].

1961 йылдың 8 авгусында Герман Титов конструкторҙарға осош тураһында ентекле хәбәр итә. Һөйләшеү ваҡытында конструкторҙарҙы техник нескәлектәр түгел, ә пилоттың кәйефе ҡыҙыҡһындыра. Ул космонавтҡа эш һәм ял итеүгә ҡамасаулаған билдәләрҙе — күңел болғаныуы, ҡоҫоу, төшөнкөлөк, ориентация юғалтыу, башты бороу һәм күҙ хәрәкәттәре ваҡытында ауыртыуҙы ентекле һөйләп бирә. «Шулай булды: яҡынса 3 — 4-се әйләнештә мин маңлай ҡыуышлығында ниндәйҙер ауырлыҡ тойҙом, әммә был тәбиғи тип уйланым. Күҙҙәремде бороп, һулға, уңға, өҫкә ҡараһам, уларҙы әйләндереү бик ауыр булыуын, һыҙланыуҙы тойҙом». — ти ул[5]

undefined

Титов тасуирлаған хәлде космос адаптацияһы синдромы йәки «йыһан ауырыуы» тип атайҙар. Уны йыһандағы бөтә кешеләрҙең өстән бер өлөшөнән яртыһына тиклеме кисерә, 3 — 6 көндән һуң яраҡлашыу бара һәм элекке хәленә ҡайта. Ул йылдарҙа был турала бер кем дә белмәй, һәм, фаразлау буйынса, организмдың индивидуаль реакцияһы тип һаналған тап ошо сирҙең һүрәтләнеүе арҡаһында, Титов артабан йыһанға осоуға кандидат итеп ҡаралмай[5].

Осоштан һуң хәрби хеҙмәт

undefined

Николай Каманин билдәләүенсә, осоштан һуңғы тәүге йылдарҙа Титовтың тәртибе насар яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрә, уның дисциплина һәм алкоголь менән проблемалары барлыҡҡа килә, атап әйткәндә, иҫерек килеш автомобиль йөрөтөү күренештәре. 1964 йылдың 26 июнендә кис, «Волга» автомобиле менән иҫерек килеш ҙур тиҙлек менән китеп барғанда, Титов юлдағы ҡаршылыҡҡа бәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән уның менән бергә булған осраҡлы юлдашы (пассажиры) һәләк була. Тикшереү менән хәрби прокуратура шөғөлләнә, ул Титовтың эш-ғәмәлдәрендә енәйәт составын асыҡламай һәм ваҡиғаны бәхетһеҙ осраҡ, тип баһалай. Титов партия тарафынан ҡаты шелтә биретелә һәм вазифаһынан бушатыла[8], әммә был да артабанғы проблемаларҙы хәл итмәй. Титов Космонавтар әҙерләү үҙәгенән Генераль штаб академияһына уҡырға күсеүе менән бәйле 1970 йылдың 31 июлендәге көндәлек яҙмаһында Каманин билдәләүенсә, Космонавтар әҙерләү үҙәгендә 9 йыл хеҙмәт иткән осорҙа Титов 10 тапҡырҙан ашыу тәртип боҙған, шул иҫәптән эскелек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, милиция хеҙмәткәрҙәре менән низағҡа ингән. Ул, атап әйткәндә, Баш командующийҙың уға бер йыл дауамында самолет һәм автомобиль менән идара итеүҙе тыйған бойороғон боҙа. Титовҡа ҡарата бер нисә тапҡыр иҫкәртеүҙәр һәм яза ҡулланыла, әммә Советтар Союзы Геройы исеменән мәхрүм итеү кеүек иң ҡаты саралар, СССР-ҙың икенсе космонавы абруйын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, уға ҡарата ҡулланылмай[9].

undefined

1962 йылдың май башында совет делегацияһы составында АҠШ-ҡа визит яһай. АҠШ президенты Джон Кеннеди тарафынан Аҡ йортта ҡабул ителә.[10].

1968 йылда Титов Жуковский исемендәге хәрби-һауа көстәре инженер академияһын тамамлай. Космонавт тыңлаусылар төркөмө тарафынан эшләнгән бер урынлы һауа-космос орбиталь самолеты проектының «Авария-ҡотҡарыу системаһы» темаһына диплом эшен ул 17 февралдә Гагарин менән бер үк көндә бик яҡшы баһаға яҡлай[11].

1968 йылдың 11 июлендә өлкән инструктор-космонавт итеп тәғәйенләнә һәм космонавтарҙың икенсе отряды менән командалыҡ итә. 1969 йылдың 21 мартынан Космонавттар әҙерләү үҙәгенең «Спираль» авиакосмик системаһы өсөн пилоттар әҙерләгән 4-се бүлеген етәкләй.

1972 йылда тағы ла бер юғары уҡыу йортон — К. Е. Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының хәрби академияһын тамамлай. 1972—1973 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының йыһан саралары идаралығының хәрби тәғәйенләнештәге йыһан аппараттары менән идара итеү буйынса үҙәге начальнигы урынбаҫары[12], 1973 йылдан 1979 йылға тиклем — урынбаҫары, 1979 йылдан 1991 йылға тиклем — СССР Оборона министрлығының Йыһан саралары идаралығы начальнигының тәжрибә-конструкторлыҡ һәм ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса беренсе урынбаҫары була. Ракета-йыһан системаларын һынау буйынса бер нисә дәүләт комиссияһы рәйесе итеп һайлана. Ул — диңгеҙ үлсәү комплексы караптарын булдырыуҙың әүҙем идеологы, шулай уҡ 1914 йылғы «Маршал Неделин» проекты караптарын эшләүҙә шәхси ҡатнаша.

«Авиация һәм космонавтика» журналының баш мөхәррир урынбаҫары була.

1980 йылдың 31 ғинуарында К. Е. Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһында диссертация яҡлай һәм хәрби фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала. Һуңғараҡ докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылдың октябрендә авиация генерал-полковникы Герман Титов Степанович ялға сыға.

Хеҙмәт юлының һуңғы йылдары

undefined

1992 йылдан 1993 йылға тиклем — Космонавтика һәм электроника буйынса «Космофлот» халыҡ-ара фәнни-техник үҙәк президенты, 1993 йылдан 1995 йылға тиклем Рәсәй аэрокосмос конверсияһы үҙәге Советы рәйесе урынбаҫары, ә 1999 йылдан — Рәсәй космонавтика Федерацияһы президенты.

Мәскәүҙә йәшәй.

6-сы һәм 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы (1962, 1966), шулай уҡ беренсе, икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһы (1993, 1995, 1999) депутаты итеп һайлана, КПРФ фракцияһы составына инә.

2000 йылдың 20 сентябрендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Хушлашыу тантанаһы 2000 йылдың 25 сентябрендә Фрунзе исемендәге Рәсәй ҡораллы көстәренең Үҙәк йортонда үткәрелә[13], Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнә[14].

Ғаиләһе

Атаһы — Титов Степан Павлович (23.04.1910 — 18.10.1993), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[15]. Әсәһе — Александр Михайловна Титова (ҡыҙ фамилияһы Носова) (10.06.1914 — 2001), хужабикә[16][17].

Һеңлеһе — Земфира Пушко, һуңынан Аверина (ҡыҙ фамилияһы Титова) (21.12.1941). Мәскәү өлкәһе дарыухана бүлеге хеҙмәткәре.

Ҡатыны — Титова Тамара Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Черкас) (25.12.1937, Луганск өлкәһе). Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институтын «тарих һәм ижтимағи фән» һөнәре буйынса тамамлай; Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби тарих институты хеҙмәткәре булып эшләй[18].

Ҡыҙҙары — Татьяна (23.09.1963), Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай, иҡтисадсы[17] һәм Галина (14.08.1965),СССР Оборона министрлығының хәрби институтын тамамлай, тәржемәсе[16][17].

Китаптары

undefined

1. Титов Г. С. 700 000 километров в космосе. — М., 1961. 
2. Титов Г. С. Семнадцать космических зорь. — М.: ЛПН, 1962.
3. Титов Г. С. Авиация и космос. — М.: Военное издательство Министерства обороны СССР, 1963.
4. Титов Г. С. Первый космонавт планеты. — М.: «Знание», 1971. 
5. Титов Г. С. Голубая моя планета // Роман-газета. — 1972. № 24.
6. Титов Г. С. На звёздных и земных орбитах. 

Фильмдар

1961 — Москва встречает космонавта-2
1961 — Снова к звёздам — СССР, Центрнаучфильм.
1962 — 700000 километров в космосе — СССР, Фәнни-популяр фильмдар киностудияһы.
1962 — В 35-й раз через экватор — СССР, Центрнаучфильм, Г. Титовтың Индонезия, Бирма һәм Вьетнамға сәйәхәте тураһында фильм.
1962 — Космонавт-два в США — СССР, Центрнаучфильм.
1963 — Желанные гости — СССР, Центрнаучфильм, Герман Титовтың Югославияға, Юрий Гагариндың Австрияға һәм Данияға сәйәхәттәре тураһында фильм.
1988 — «Майское утро» Архивная копия от 18 апрель 2019 на Wayback Machine СССР, ЦСДФ — режиссёр Сергиенко Роллан Петрович.
2010 — Второй. Герман Титов — Рәсәй, ВГТРК.
2010 — Герман Титов. Первый после Гагарина — Рәсәй, «Осрашыу» студияһы, Беренсе канал.
2010 — Герман Титов. Звезда над Алтаем — Рәсәй, «Алтай» телекомпанияһы.
2011 — «Герман Титов. Первый — второй».Архивная копия от 20 декабрь 2012 на Wayback Machine Р`c`q, Роскосмос nелестудияһы.
2013 — Гагарин. Первый в космосе — Рәсәй. Uthvfy Титов ролен Вадим Мичман башҡара.

Хәтер

undefined
undefined

2011 йылдың 6 авгусында Полковниково ауылында Г. С. Титов мемориаль музейының яңы бинаһы асыла[19].

Мемориаль комплекс үҙ эсенә буласаҡ космонавт уҡыған һәм уның атаһы уҡытҡан иҫке Полковниково ете йыллыҡ мәктәбенең яңыртылған бинаһын, шулай уҡ яңы бинаны ала. Башта космос һәм тәүге осоштар тураһында материалдар Титовтар ғаиләһенең бәләкәй генә өйөндә урынлаша.

Бөтә залдарҙа космонавттың шәхси әйберҙәре, наградалар, төрлө документтар, орбиталь станциялар макеттары, ракета двигателдәре өлөштәрен, карталар, һыҙмалар, балалар һүрәттәре, сувенирҙар, иҫтәлекле бүләктәр, Ерҙәге һәм Йыһандағы фотоһүрәттәр ҡуйылған[20].

Һәйкәлдәр

1981 йылда Һарытау өлкәһенең Красный Кут ҡасабаһы районында Герман Титов төшкән урында Мемориалда.

2012 йылдың 4 октябрендә Краснознаменск ҡалаһындағы Г. С. Титов исемендәге төп һынау космос үҙәгенең Хәрби дан паркында[21].

2015 йылдың 14 сентябрендә Халонг ҡултығындағы Титов утрауында (Вьетнам) Рәсәй-Вьетнам һәм Вьетнам-Рәсәй дуҫлыҡ йәмғиәттәре инициативаһы буйынса Г. С. Титов һәйкәл[22].

СССР почта маркаларында

Иҫкәрмәләр

  1. Умер второй космонавт планеты Герман Титов. 14 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  2. Биография Г. С. Титова на сайте «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2020. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
  3. Титов Степан Павлович (1910—1993) Архивная копия от 3 июнь 2016 на Wayback Machine //Официальный сайт Алтайского края
  4. О. Аргунов, В. Власов. Земные тропы космонавтов // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 4, 1966. стр.38-39
  5. 1 2 3 4 Первушин, 2021
  6. Oliver Daemen: Blue Origin customer reveals the worst part of space tourism (ингл.). www.inverse.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2021. Архивировано 21 июль 2021 года.
  7. «Известия» № 187 (13733) от 07.08.1981, с. 1.
  8. Каманин Н. П. 1964 год (27 июня — 1 августа) // Скрытый космос. — М., 1997. — Кн. 2: 1964-1966 гг. — 444 с.
  9. Каманин Н. П. Скрытый космос. — М., 2001. — Кн. 4: 1969-1978 гг. — 383 с. — ISBN 5-93345-002-2.
  10. Каманин Н. П. «Скрытый космос: Книга 1. 1960—1963 гг.» — М.: Инфортекст-ИФ, 1995. 400 с. — «1962 год, 1…10 мая».
  11. Диплом Гагарина 2015 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған.
  12. Винокуров Р. Им по плечу задачи вселенского масштаба. // Красная звезда. — 2021, 4 октября. — С.1, 3. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2022. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
  13. Проститься с Германом Титовым пришли спикер Думы, вице-премьер и начальник Генштаба.
  14. Железняков А. Германа Титова похоронили на Новодевичьем Архивная копия от 31 май 2016 на Wayback Machine // Научная сеть
  15. Память народа :: Документ о награде :: Титов Степан Павлович, Орден Отечественной войны II степени. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2016. Архивировано 3 июнь 2016 года.
  16. 1 2 Герман Степанович Титов (биография). «Космическая энциклопедия ASTROnote» (2 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015. Архивировано 10 сентябрь 2019 года.
  17. 1 2 3 Инна Климачева. Лётчик-космонавт СССР Герман Титов. Досье. ТАСС (10 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2020. Архивировано 15 август 2018 года.
  18. Тамара Титова: «Я живу не только за себя, но и за него». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2016. Архивировано 16 июнь 2016 года.
  19. Алтайский государственный мемориальный музей Германа Степановича Титова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2016. Архивировано из оригинала 3 июнь 2016 года.
  20. Дань космонавтике: Как сын сельского учителя улетел на сутки в космос и вернулся. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2012. Архивировано 13 апрель 2012 года.
  21. Торжественные мероприятия, посвященные 60-летнему юбилею Главного испытательного космического центра имени Г. С. Титова, прошли в г. Краснознаменске. : Министерство обороны России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2017. Архивировано 5 октябрь 2017 года.
  22. Сообщение на сайте МИД России. www.mid.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2015. Архивировано 24 февраль 2016 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар