Хәкимов Милләт Ташбулат улы
Балалары | Хәкимов Рөстәм Милләт улы |
---|---|
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 17 февраль 1949 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 1993 |
Һөнәр төрө | партия эшмәкәре |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы |
Хәкимов Милләт Ташбулат улы (рус. Хакимов Миллят Ташбулатович; 17 февраль 1949 йыл — 12 февраль 1994 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1].
Биографияһы
Милләт Ташбулат улы Хәкимов 1949 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1977-лә Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1966 йылда тыуған ауылында тракторсы булып башлай, артабан уҡытыусы,, шунан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була.
1970—1973 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында бүлек мөдире, икенсе, беренсе секретары.
1973—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1975 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбенә ике йылға уҡырға ебәрелә. Уны тамамларға 4-5 ай ҡалғас, саҡырып ҡайтарып, КПСС-тың Әбйәлил район комитетына беренсе секретарь итеп һайлайҙар. Артабан КПСС-тың Баймаҡ районы комитетында шундай уҡ вазифала эшен дауам итә[2].
1988 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында идеология бүлеге мөдире.
1989 йылда яңынан КПСС-тың Әбйәлил район комитетына беренсе секретарь итеп һайлана. 1991 йылда «Восток» коммерция банкының Асҡар ауылындағы филиалында директор булып эшләй[3] 1990 йылда Әбйәлил районы, 149-сы Әбйәлил һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[4]
1994 йылдың 12 февралендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)[1]
- миҙалдар.
Хәтер
Әбйәлил районының Асҡар ауылында бер урамға Милләт Хәкимов исеме бирелгән[1].
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Хакимов Миллят Ташбулатович // Башҡортостан комсомолы (энциклопедия). — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2016. — ISBN 978-5-88185-291-7.
- ↑ К 60-ЛЕТИЮ М. Т. ХАКИМОВА
- ↑ Хакимов Миллят Ташбулатович // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Сығанаҡтар
- Хакимов Миллят Ташбулатович // Башҡортостан комсомолы (энциклопедия). — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2016. — ISBN 978-5-88185-291-7.
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
Һылтанмалар
- РУВИКИ: Алфавит буйынса тикшерелгән мәҡәлә
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 17 февралдә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1993 йылда вафат булғандар
- Әбйәлил районында тыуғандар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың Башҡортостан райком комитетының беренсе секретарҙары
- Әбйәлил районы башлыҡтары
- Баймаҡ районы башлыҡтары