Юртов Авксентий Филиппович
Биографияһы
Авксентий Филиппович Юртов 1854 йылдың 8 февралендә хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районына ҡараған Кәләй (рус. Калейкино) ауылында эрзә крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған[2].
Бала саҡтан татар телен белгән, Ҡазандағы үҙәк керәшен татар мәктәбен тамамлай һәм ошо ҡалалағы башҡа милләттәр (инородческая) уҡытыусылары семинарияһына уҡырға инә, шәрҡиәтсе Ильминский Николай Ивановичтың уҡыусыһы була. Юртов эрзә һәм муҡшы телдәрен өйрәнә, халыҡ ижады өлгәләрен йыя. 1872 йылда эрзә теленә "Иҫке Ғәһет тарихы"н тәржемә итә («Истории Ветхого Завета»)[3].
1876 йылда семинарияны тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай, 1877 йылдан семинария ҡарамағындағы мордва башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1883 йылдан Һамар губернаһының Иҫке Бесовка ауылындағы мордва училищеһында, 1889 йылдан — Иҫке Бинарадка ауылы башланғыс мәктәптә эшләй[2][4]. Мордва теленә тәржемәләр менән шөғөлләнә. Мәктәптәрҙә эрзә һәм муҡшы телдәрендә уҡытыуҙы индерә. 1883 йылда Ҡазанда «Образцы мордовской народной словесности» тигән китабын сығара[3].
1884 йылда Н. И. Ильминсий етәкселегендә «Букварь для мордвы-эрзи с присоединением молитв и русской азбуки» тигән китап яҙа. Был әлифба Волга буйы халыҡтары әлифбаларын төҙөү тәжрибәһенән сығып яҙыла. Унда урыҫ графикаһы элементтары ҡулланыла, әммә автор оригиналь-диакритик билдәләр индерә[4]. Төп текстан тыш китапҡа мордва халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләре һәм эрзә телендә доғалар индерелә[3]. Һуңғараҡ Юртов эрзә яҙмаһын һәм грамматикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй[4].
1891 йылда Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Андреевка ауылына даими йәшәргә күсенә, рухани дәрәжәһе ала һәм урындағы Михаил-Архангел сиркәүендә дини хеҙмәтен башлай. 1895 йылда сиркәү ҡарамағында өс класлы сиркәү‑мәхәллә мәктәбен аса.
1916 йылдың 20 апрелендә Андреевка (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк[2]) ауылында вафат була[4].
Башҡортостанда
Эрзә мәғрифәтсеһе, беренсе эрзә-урыҫ һүҙлеген һәм грамматикаһын төҙөгән Авксентий Юртов хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Андреевка ауылында йәшәй. Эрзә, сыуаш, татар фольклорын йыйып, китап яҙа[5][6].
1891 йылдан Андреевка ауылының Михайл‑Архангел сиркәүе священнигы була, 1895 йылда сиркәү ҡарамағында өс класлы сиркәү-приход мәктәбе аса. Мордва теленә дини китаптар тәржемә итә, Өфө губернаһының суҡындырылған мордваларының йолаларын һәм инаныстарын өйрәнеп, яҙып сыға. Өфө губернаһының Енғалыш ауылында (Шишмә районы) земство мәктәбе менән китапхана асыуға булышлыҡ итә[2].
Хәтер
- А. Юртов хөрмәтенә Саранскиҙағы бер урамға уның исеме бирелгән (1992).
- Мордовия Республикаһында А. Ф. Юртов исемендәге премия булдырылған (2007).
- Хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Иҫке Бесовка ауылындағы мәктәп А. Юртов исемен йөрөтә.
- Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Илтирәк ауылындағы мәктәптә Авксентий Юртов музейы эшләй.
- Илтирәк ауылдағы А. Юртов ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған.
Әҫәрҙәре
- Букварь для мордвы-эрзи с присоединением молитв и русской азбуки, Казань, 1884.
- Погребальные обряды и поверья крещеной мордвы Уфимской губ., «Известия по Казанской епархии», 1887, № 8, с. 227—29.
Әҙәбиәт
- Ильминский Н. И. Опыты переложения христианских вероучительных книг на татарский и другие инородческие языки в начале текущего столетия, Каз., 1883;
- Феоктистов А. П. Очерки по истории формирования морд, письменно-литературных языков, М., 1976;
- Осовский Е. Г. А. Ф. Юртов — предтеча мордовского просветительства, Саранск, 1995. Е. Г. Осовский.
- Кондратьев А. А. Юртов — первый просветитель мордовского народа. Уфа, 2004.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Юртов Авксентий Филиппович (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2024)
- ↑ 1 2 3 Авксентий Филиппович Юртов. Республика Мордовия. Национальная библиотека Республики Карелия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2017.
- ↑ 1 2 3 4 Юртов Авксентий Филиппович // Российская педагогическая энциклопедия. — М: «Большая Российская Энциклопедия». Под ред. В. Г. Панова. 1993.
- ↑ Феоктистов А. П. Очерки по истории формирования морд, письменно-литературных языков, М., 1976
- ↑ Осовский Е. Г. А. Ф. Юртов — предтеча мордовского просветительства, Саранск, 1995. Е. Г. Осовский
Һылтанмалар
- Юртов Авксентий Филиппович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2024)
- Мордовский просветитель протоиерей Авксентий Юртов
- Шумбрат Рав. Авксентий Юртов: храним историю и отмечаем юбилей