Ғәли (Һамар өлкәһе)
Ғәли (рус. Алькино) — Рәсәй Федерацияһы Һамар өлкәһе Похвистнево районы ауылы. Ғәли ауыл биләмәһенең үҙәге.
Географик урынлашыуы
Һамар өлкәһенең иң көнсығышында Ырымбур өлкәһе менән сик буйында Тиргәлә йылғаһының Саурыш йылғаһына ҡойған урын янында, район үҙәге Похвистнево ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км, Боғорослан ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 14 км һәм Һамар ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауыл Тиргәлә йылғаһының уң яры буйлап һуҙылған, төньяҡтан Ғәлиғә Рысай (Рысайкино) ауылы төкөп тора (ике тораҡ пункт фактик рәүештә йылға буйлап 6 км һуҙылған берҙәм ауыл барлыҡҡа килтерә, әммә төрлө ауыл биләмәләрен ҡарайҙар).
Ауыл янынан (Рысай ауылы ситенән) Похвистнево — М5 (Урал) — Клявлино автомобиль юлы үтә.
Тарихы
Фараз буйынса ауылға 1618 йылда башҡорттарҙың ҡыпсаҡ ҡәбиләһе вәкиле тархан Киләй Манашев нигеҙ һалған. Киләй Манашевтың ата-бабаһы Гөлбостандың атаһы Ғәли 1479 йылда Ҡазан ханы Ибраһимдан тарханлыҡ дәрәжәһен алған[2].
1859 йылда ауылда 1 мәсет, 1900 йылда — 2 мәсет һәм мәҙрәсә, 1910 йылда — 3 мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән[2].
Халҡы
| 2010[1] |
|---|
| 1772 |
1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 305 аҫаба башҡорт һәм 26 керҙәш башҡорт йәшәгән[2].
1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 92 ихатала 552 башҡорт йәшәгән, шул иҫәптән 262 ир-егет һәм 290 ҡатын-ҡыҙ[2].
Урыҫ помещигы Похвистнев ерҙәрҙе үҙ ҡулына алғас Ҡотлоғош[3] (хәҙер Иҫке Похвистнев) ауылынан барлыҡ татарҙарҙы Ғәли ауылына ҡыуған[2].
1889 йылда ауылда 201 ихатала 1219 мосолман йәшәгән, уларҙың милләттәре — башҡорттар һәм татарҙар[2].
1910 йылда ауылда 284 ихатала 842 ир-ат һәм 866 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[2].
2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауыл халҡының милли составы: татарҙар — 96,4 %, урыҫтар — 1,2 %[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Статистический сборник «Численность и размещение населения Самарской области»
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 История башкирских родов. Кыпчак. Том 34. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, М. Г. Акиров. — Уфа: Китап, 2019. — С. 234-240, 252. — 736 с. — ISBN 978-5-295-07219-2.
- ↑ Ҡыпсаҡ улусының башҡорт тарханы Ҡотлоғош Дүскәев хөрмәтенә аталған.
- ↑ Всероссийские переписи населения 2002 и 2010 годов http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=VPN2002_2010L(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Алькино // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.