Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы

Шакир Йосоп улы Ғәтиәтуллин (рус. Шакир Юсупович Гатиату́ллин; 1916 йылдың 21 сентябре, Мулла (Туймазы районы), Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе1972 йылдың 21 июле, Октябрьский, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

1916 йылдың 21 сентябрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Мулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы эсендә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте башҡорт.

Башланғыс белем ала. Колхозда, «Туймазыбурнефть» тресының 1-се быраулау контораһында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1942 йылдың 26 апреленән Бөйөк Ватан һуғышының Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) составында хеҙмəт итə[2].

1943 йылдың 27 сентябрендә 58-се гвардия полкының ҡылыс взводы командирының ярҙамсыһы, өлкән сержант Ш. Ғәтиәтуллин үҙенең взводы менән Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы тирәһендә тәүгеләр рәтендә Днепр йылғаһы аша сыға. Ҡул алышында взвод дошман траншеяһын биләгән һәм йылғаның уң ярында нығына. Йылғаның үрге ағымындағы яр буйында ҡыуаҡлыҡтарҙа ултырған немец пулемётсыһы совет подразделениелары йылға аша сыҡҡан урынды бер туҡтауһыҙ утҡа тотоп уларға яр буйына төшөргә мөмкинлек бирмәй. Командир приказына ярашлы, Ғәтиәтуллин немец оборонаһы һыҙығы аша шыуышып үтә, тартып алынған пулемёттан атып дошман пулемёт расчётын юҡ итә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы, немец баҫҡынсылары менән көрәштә фронт командованиеһының хәрби заданиеларын уңышлы башҡарғаны һәм уны үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Ш. Ғәтиәтуллинға «Советтар Союзы Геройы» исеме менән бергә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3011-се) бирелә[3].[4].

Һуғыш тамамланғандан һуң «Туймазыбурнефть» тресының 1-се быраулау контораһында — быраулаусы, быраулау эштәре идаралығының өлкән механигы булып эшләй[1].

1972 йылдың 21 июлендә вафат була[1]. Октябрьский ҡалаһы зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ш. Ғәтиәтуллиндың исеме Туймазы ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[5];
  • Октябрьский ҡалаһының урамына (Мулла ҡасабаһы) һәм урта мәктәбенә уның исеме бирелә, 11-се урта мәктәбенең скверында бюст ҡуйыла[6];
  • 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бер рәттән Ш. Ғәтиәтуллиндың исеме лә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, шулай уҡ 112-се кавалерия дивизияһы музейының мемориаль таҡтаташына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улыlang=ba. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (6 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Гатиатуллин Шакир Юсупович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
  3. Гатиатуллин Шакир Юсупович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1. Архивировано 24 сентябрь 2021 года. (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2026) (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
  6. Николай Ермоленко. Сегодня исполняется 90 лет со дня рождения Героя Советского Союза туймазинского буровика Шакира Гатиатуллина. ИА «Башинформ» (21 сентябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1965. — Кн. 1.