Березники (Барҙы районы)

Березники (Ҡайынауыл, Бирезнәк, Ҡайын[2]; рус. Березники) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810001.

Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 464 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 204 ир һәм 260 ҡатын[3]. 2005 йылда ауылда 515 кеше йәшәгән[4].

Климаты

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихы

Березники ауылы Тайни улусына кергән. Башҡортостандағы кантон идара итеү системаһы ваҡытында 1-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған. Халыҡ араһында ауыл Бирзнәк, Ҡайын ауыл тип исемләнгән[5].

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 74 йортонда 204 ир һәм 200 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1834 йылда 98 йортта 267 ир һәм 257 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 150 йортта 438 ир һәм 379 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[5].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 20-се башҡорт полкы яуғиры, зауряд-сотник Әлекәй Сабит улы Мораҡаев (Аликай Сабитович Муракаев) йәшәгән[5].

1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 50 малай һәм 40 ҡыҙ белем алған[5].

Билдәле шәхестәре

  • Әлекәй Сабит улы Мураҡаев — 20-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар