Ҡарайерек (Саҡмағош районы)

Ҡарайерек (рус. Каразириково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 405 кеше[2]. Почта индексы — 452213, ОКАТО коды — 80256860006.

Тарихы

Йәлдәк улусының Солтанбәк түбәһенә (башҡа төрлө мәғлүмәттәр буйынса - Ҡазый түбәһе) ҡараған ауылға нигеҙ XVIII быуаттың икенсе яртыһында һалына, һәм 1795 йылда үткәрелгән V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында теркәлә. Аҫаба башҡорттар 1763 — 1794 йылдарҙа типтәрҙәргә үҙ ерҙәрен ҡуртымға бирә, шуға ла типтәрҙәр ергә хоҡуҡтары булмауын таный. Рәүиз мәғлүмәттәре буйынса тораҡ пунктында 60 башҡорт һәм 112 типтәр йәшәй. Типтәрҙәр III (1762) һәм IV (1782) рәүиздәр араһында Үрге Аташ һәм Ҡарғалы ауылдарынан күсенеп төпләнгән. Идара итеүҙең кантон системаһы йылдарында Сәйетбаттал Муатмасов (1798 йылдан алып), Сәйетборхан Бигиев (1807 йылдан) һәм Шаһивәли Ниғмәтуллиндарҙың типтәр казак полктарында хәрби хеҙмәттә булыуы билдәле[3][4].

1834 йылда ауылда 99 башҡорт, 254 типтәр йәшәй. 1859 йылғы документтарҙа 137 аҫаба башҡорт һәм 323 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә. 1920 йылғы совет рәүизе документтарында типтәрҙәр һәм башҡорттар (бөтәһе 1149 кеше) айырып күрһәтелә.

1843 йылда 99 башҡортҡа 1080 бот ужым һәм 1200 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет эшләй[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 405 187 218 46,2 53,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (БуЗДЯК): 97 км

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.390
  4. {{китап |автор=Коллектив авторов |заглавие=История башкирских родов. Ельдяк. |ответственный=Хамидуллин С. И. |ссылка=http://ihtika.ru/index.php/book/istoriya-bashkirskih-rodov-eldeak-tom-(недоступная ссылка) 13-ch--ufa-2015/page/100 |место=Уфа |издательство=Китап |год=2015 |том=13 |страниц=600 |страницы=102 |тираж = 3 000 |isbn= 978-5-85051-605-5

Тема буйынса өҫтәмә