Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улы
Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улы (1896-13.08.1943) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой уҡсы[1].
Тормош юлы
Шәмсетдин Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1896 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына ҡараған Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) Ғәйнетдинов Хисаметдин мулланың етеш күп балалы ғаиләһендә тыуған.
Хәрби хеҙмәте
Малаяҙ район хәрби комиссариаты Шәмсетдин Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиевты 1942 йылдың 20 февралендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡыра.
Бер исемлектә Ҡорбанғәлиев Шәмсетдинде 139-сы уҡсылар дивизияһына билдәләгәндәре теркәлгән. 1942 йылдың 22 октябрендә тултырылған икенсе документта уның (госпиталдә ятып дауаланғандан һуң?) 195-се уҡсылар дивизияһына йүнәлтелеүе тураһында мәғлүмәт күренә[2].
- Тарихи белешмә
1942—1943 йылдарҙа 139-сы уҡсылар дивизияһы (3-сө формирование) Калинин, Калуга, Смоленск, Могилёв, Минск һәм Гродно өлкәләре территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Хәрби хәрәкәт райондары: Сталинград йүнәлешендә һәм Төньяҡ Кавказда барған ҡаты алыштар осоронда Юғары Баш Командование (ВГК) ставкаһы дошмандың «Центр» армиялар төркөмө дивизияларын мөмкин тиклем тотҡарлау, вермахт командованиеһының Сталинградҡа һәм Кавказға яңы көстәр ебәреүен бикләү бурысын ҡуя. 1942 йылдың авгусы Ржев — Сычёв операцияһы, Ржев ҡалаһы янындағы алыштар шул бурысты тормошҡа ашырырға тейеш була. Һөжүмдең тәүге өс көнөнә йомғаҡ яһап, генерал-полковник И. С. Конев юғары Баш Командующий И. В. Сталинға докладында былай тип билдәләй: «Дошмандың оборона һыҙатының алғы сиге ут нөктәләре, ҡоролмалар һәм ҡаршылыҡтар, 2-3 рәт сым менән ныҡлы йыһазландырылған, танкыға ҡаршы миналар ҡоролған. Көслө ямғырҙар авиацияны һәм танктарҙы тулыһынса файҙаланырға мөмкинлек бирмәй, боеприпастар ташыу өҙөлә. Дошман икенсе оборона һыҙығын көсәйтә. Юғалтыуҙарыбыҙ күп: 17 танк һәм 6 орудие янды, 7200 кеше һәләк булды һәм яраланды». Дошман ғәскәре лә яртылаш кәмене[3].
1943 йылдың яҙында (02.03 — 31.03.) Ржев-Вязьма һөжүм операцияһы үткәрелә. Брянск һәм Үҙәк фронттар ғәскәрҙәренең 1943 йылдың февраль һөжүме немец ғәскәрҙәрен Ржев-Вязьма сығынтыһынан сығарырға мәжбүр итә. Юғары Баш Командование Ставкаһы Калинин һәм Көнбайыш фронттарына һөжүмгә күсергә, Ржев-Вязьма дошман төркөмөнөң сигенеүен өҙөргә һәм уны ҡыйратырға бойора. Һөжүм барышында совет ғәскәрҙәре дошман тылына сығып, уның сигенеү юлын киҫә алмаһа ла, Ржев-Вязьма сығынтыһын азат итеү һөҙөмтәһендә фронт һыҙығын Мәскәүҙән тағы ла 130—160 км ситкә алып ташлау мөмкинлеген бирә. Ржев, Гжатск, Сычевка, Белый, Вязьма ҡалалары азат ителә. Был алышта — 1 160 787 кеше ҡатнаша, кире ҡайтарылмаҫлыҡ (һәләк булғандар, яранан үлгәндәр, хәбәрһеҙ юғалғандар һәм әсирлеккә эләккәндәр) юғалтыуҙар — 392 554 кеше[4][5].
139-сы уҡсылар дивизияһы яугирҙарының батырлығына «Исемһеҙ бейеклектә» («На безымянной высоте») йыры арналған. Уның нигеҙенә ысын тарих — Калуга өлкәһе Куйбышев районы Рубеженка ҡасабаһы янында урынлашҡан исемһеҙ бейеклек тураһындағы тарих ята. 139-сы уҡсылар дивизияһының һөжүм һыҙатында ятҡан был бейеклек өҫтөнлөклө була, уны яулау был участкалағы хәлде ҡырҡа үҙгәртә ала. 1943 йылдың авгусында дивизияға Себерҙән үҙҙәре һуғышта ҡатнашырға теләк белдергән яугирҙар килә. Улар ҡамауҙа ҡала: ун һигеҙ кеше ике йөҙ дошманға ҡаршы тора. Йырҙа «Ун һигеҙ араһынан өсәү тере ҡалды» тип йырланһа ла, ике кеше генә иҫән ҡала — сержант Константин Власов һәм рядовой Герасим Лапин.
1943 йылдың 7 авгусынан 2 октябренә тиклем Смоленск һөжүм операцияһы үткәрелә (код атамаһы — «Суворов»). Уның маҡсаты «Центр» немец армиялары төркөмөнөң һул ҡанатын ҡыйратыу, Смоленск ҡалаһын азат итеү һәм немец ғәскәрҙәрен көньяҡ-көнбайыш стратегик йүнәлешкә боролоуына юл ҡуймау.
Спас — Деменск операцияһы (1943 йылдың 7-20 авгусы). Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре Спас-Деменск районында дошман төркөмөн тар-мар итә, 30-40 км тәрәнлеккә үтеп инә, ә һуңынан оборона рубежында туҡтатыла[6].
Шәмсетдин Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1943 йылдың 13 авгусында Смоленск өлкәһенең Киров районы Кушляковка ауылында һәләк була[7].
Ғаиләһе
1929 йылда атаһы Хисаметдин Ғәйнетдиновты, кулак синыфы тип иғлан итеп, сәйәси хөкөмгә тарттыралар, малын, мөлкәтен тартып алалар.
Хисаметдин мулла Ғәйнетдинов XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәков нәҫеленән була. Уларҙың нәҫелен Илсекәйҙә Тимерәктәр тип йөрөтәләр. Хисаметдин мулла менән Сәхибъямал абыстайҙың алты улы: Шәмсетдин, Ғабиҙулла, Әхмәтвара, Шайкамал, Мөхәмәт, Һаҙый һәм ике ҡыҙы — Ғөррә менән Фәйхүнә — була.
Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин менән 1-се ҡатыны Ғөбәйҙуллина Хәкимәнең улдары — Мөхәмәтдин менән Хәлит, 2-се ҡатынынан тыуған балалары — Закуан, Ләбиб, Фәйез һәм Мәрйәм[8].
Хәтер
Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[9] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Память. Башкортостан. Книга 17
- ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005440
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Сводная информация. КУРБАНГАЛИЕВ Шамсутдин Хисаметдинович
- ↑ Списки призыва и демобилизации. Курбангалеев Шамсутдин Хисам.
- ↑ Ржевско-Сычевская наступательная операция: «Летом, в сорок втором, я зарыт без могилы…» 30 июля 2024 г.
- ↑ Ржевский мемориал. Ржевская битва 1942—1943
- ↑ «Я убит подо Ржевом»: как завершилось одно из самых кровопролитных сражений Второй мировой войны
- ↑ 1943 год, операция «Суворов», земля пропитанная кровью
- ↑ Донесение о безвозвратных потерях. Курбангалиев Шамсундин Хисамулдинович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.50 ISBN 5-295-02200-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |