Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы
Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы (1 февраль 1932 йыл ― 8 февраль 2012 йыл) — селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1969)[1].
Биографияһы
Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы 1932 йылдың 1 февралендә БАССР Яңы Ҡарамалы районы (хәҙер Ауырғазы районы) Сөләймән ауылында тыуған. 1956 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Ауырғазы районында Салауат исемендәге колхозда баш агроном булып эшләй башлай[1]. 1958 йылда Йылайыр, 1960 йылда Мәләүез, 1961—74 йылдарҙа Өфө дәүләт орлоҡ һынау участкаларында мөдир булып эшләй. 1975—99 йылдарҙа йәшелсә хужалығы Ғилми-тикшеренеү институтының (Мытищи ҡалаһы) Өфө терәк пунктында мөдир вазифаһында эшләй. Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улының төп фәнни тикшеренеүҙәре һуған һәм һарымһаҡ селекцияһына, орлоҡсолоғона, уларҙың агротехникаһына арналған. Ҡыҙрасов тарафынан яҙғы һарымһаҡтың Гафурийский сорты һәм ужым һарымһағының Башкирский 85 сорттары сығарыла, уларҙы үҫтереүҙең агротехникаһын эшләй, улар Башҡортостан ауыл хужалығына индерелә. 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы булып тора[1]. Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы 1969 йылда ауыл хужалығы кандидаты ғилми исеменә дәғүә итеп, «Чесноки Башкирии» темаһына жиссертация яҡлай.[2] Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы 2012 йылдың 8 февралендә Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Дмитриевка ауылында вафат була, шунда ерләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Кидрасов Мухамет Хамидуллович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Кидрасов, Мухамет Хамидуллович — Чесноки Башкирии
Әҙәбиәт
- Лучшие районированные сорта овощных культур Башкирии. Уфа, 1967.
Һылтанмалар
- Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.