Әгер (ауыл)

Әгер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы. Тымытыҡ ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Ҡурайылға буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Әгер — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1750 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ улусы составына керә.

1859 йылда мәсет, ХХ быуат башында мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1935 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 21 йән башҡорт, 70 йән типтәр, 24 йән яһаҡлы татар; 1816 йылда — 30 башҡорт һәм 65 типтәр; 1834 йылда — 39 башҡорт һәм 87 типтәр; 1859 йылда — 265 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
179518561897192019261938194919581970197919892000
115264705869499404328294263203109112

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 560. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә