Мәсәғүт (Татарстан)
Мәсғүт[2] (Мәсәғүт, Миңлеғол; татар. Мәсгут, рус. Масягутово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1748 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Мәсәғүт административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[4].
XX быуат башында ауылда улус идаралығы, 2 мәсет, мәҙрәсә, земтсво станцияһы теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].
Халҡы
1859 йылда ауылда 280 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар иҫәпләнгән[4].
| 1859 | 1889 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 381 | 773 | 1074 | 1283 | 872 | 815 | 482 | 593 | 726 | 594 | 478 | 492 |