Урсай (Аҙнаҡай районы)
Урсай (Аҙнаҡай районы) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Урсаевское сельское поселение[d][1] |
Дәүләт | |
Административ үҙәге | Урсаевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423318 |
Уникальный номер ГАР | 6b38dfbf-4e98-4aea-90c7-3a80ea0caa97 |
Халыҡ һаны | |
Код КЛАДР | 1600300006600 |
Урсай[3][4] (татар. Урсай, рус. Урсаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
География
Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарих
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1707 йылдан билдәле[4]. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Тымытыҡ административ-территориаль улусы составына керә[6].
XX быуат башында ауылда 3 мәсет, 2 мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].
Халҡы
1795 йылда ауылда 186 башҡорт, 45 типтәр, 29 яһаҡлы татар һәм 5 хеҙмәтсе татар; 1859 йылда — 350 ир затлы башҡорт һәм 88 ир затлы типтәр иҫәпләнгән[6].
1795 | 1834 | 1859 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
186 | 384 | 874 | 1833 | 2407 | 2185 | 1789 | 1652 | 1174 | 1166 | 1329 | 1005 | 775 | 740 | 753 |
Билдәле шәхестәре
- Нуғайбәковтар — башҡорт дворян нәҫеле.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Урсай (Аҙнаҡай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 571—572. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.